Энцелад (юлдаш): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
һайланған мәҡәлә
1 юл:
{{Һайланған мәҡәләгә кандидатмәҡәлә}}
{{Ук}}
'''Энцела́д''' ({{Lang-grc|Ἐγκέλαδος}}, {{lang-en|Enceladus}}) — [[Сатурн]]дың ҙурлығы буйынса алтынсы юлдашы. Уны [[1789 йыл]]да Уильям Гершель аса, ләкин 1980-се йылдар башына, планета-ара ике «Вояджер» зонды уға яҡынлағанға тиклем, ул бик аҙ өйрәнелә. Зондтар ебәргән һүрәттәр Энцеладтың диаметрын билдәләй (500 км тирәһе, йәғни Сатурндың иң ҙур юлдашы булған Титан диаметрының 0,1 өлөшө) һәм Энцеладтың Ҡояш системаһындағы ниндәй ҙә булһа башҡа есемгә ҡарағанда [[ҡояш|ҡояш]] нурын күберәк сағылдырыуын асыҡлай. «Вояджер-1» күрһәтеүенсә, юлдаштың орбитаһы тарҡау Е ҡулсаһының үтә тығыҙ өлөшө аша үтә һәм уның менән матдә алмаша. Ошо ҡулса Энцеладты барлыҡҡа килтергәндер, ахырыһы. «Вояджер-2» әллә ни ҙур булмаған был юлдаш өҫтөндәге рельеф күп төрлө булыуын асыҡлай: унда иҫке кратер булып ҡатҡан урындар ҙа, яңы барлыҡҡа килгән бик йәш участкалар ҙа бар (ҡайһы берҙәренең йәше 100 миллион йылға ла етмәй).