30 октябрь: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
28 юл:
* [[Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы]] (30.10.1897—10.07.1938), [[СССР|совет]] [[КПСС|партия]] һәм дәүләт эшмәкәре. 1930—1931 йылдарҙа [[Башҡорт АССР-ы]] мәғариф халыҡ комиссары, 1931—1937 йылдарҙа — [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты|ВКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты]]ның икенсе секретары. Башҡортостандың 8—9‑сы саҡырылыш [[БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты|Үҙәк Башҡарма Комитеты]] ағзаһы. [[Беренсе донъя һуғышы|Беренсе донъя]] һәм [[Рәсәйҙә Граждандар һуғышы|Граждандар]] һуғыштарында ҡатнашыусы.[[Ленин ордены]] кавалеры (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.
* [[Ожиганов Дмитрий Герасимович]] (30.10.1892—27.10.1978), ғалим-геолог, 1930—1972 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт университеты]] уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1954), профессор (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] (1949) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Бөрө (ҡала)|Бөрө]] ҡалаһынан.
* [[Сергеев Дмитрий Степанович]] (30.10.1922—13.03.2003), [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашҡан яугиряугире, гвардия уҡсылар дивизияһы гвардия артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. [[Советтар Союзы Геройы]] (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы [[Благовещен районы]] [[Аннин (Благовещен районы)|Аннин]] ауылынан.
* [[Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы]] (30.10.1957), театр актёры, режиссёр. 1983 йылдан [[СССР]] Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004).
* [[Тереғолов Айрат Рәүеф улы]] (30.10.1957), рәссам, график. [[2015 йыл]]дан [[М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы]] директоры. [[Рәсәй Федерацияһы]]ның (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған рәссамы. [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы|Салауат Юлаев исемендәге дәүләт]] (2016) һәм [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге]] (1990) премиялары лауреаты.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/30_октябрь» битенән алынған