Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
68 юл:
 
[[1853 йыл]]дың майында йәш шағир [[Апухтин, Алексей Николаевич|Алексей Апухтин]] (Лёля) Петр Чайковский менән бер класҡа тура килә, улар ғүмерлеккә дуҫлаша. Иң яҡын дуҫы булараҡ, Апухтин Чайковскийҙың инаныуына, рухи ҡиммәтәренә, ҡарашына һәм әҙәби һәүәҫлегенә һиҙелерлек йоғонто яһай. Был йылдарҙа Чайковский әүҙем уҡый башлай, башлыса йортонда, атаһында булған китаптарҙы уҡый{{sfn|Берберова|1997|с=45}}.
 
Чайковскийҙың әсәһе Александра Андреевна 1854 йылда холера менән ауырый башлай. Табибтар уны дауалай һәм һауығыуына өмөттө өҙмәйҙәр, әммә ул 1854 йылдың 13 (25) июнендә вафат була{{СС|25|июня||13}} 1854 года{{refn|Модест Ильич писал, что смерть матери потрясла будущего композитора на всю жизнь, однако биограф А. Н. Познанский приводит цитату из письма Чайковского к Модесту: ''«Боюсь ужасно за Боба, '''хотя и знаю по опыту''', что в эти годы подобные горести переносятся сравнительно легко»'', в котором речь идёт о смерти их сестры Александры Ильиничны, матери Владимира Львовича Давыдова, и делает вывод, что сам Чайковский в детстве сравнительно легко перенёс это событие{{sfn|Познанский|2007|с=15—16}}.|group=*}}. Өлкәндәренең береһенә ун алты йәш булған алты бала табут артынан бара. Илья Петрович шулай уҡ ҡатынын ерләгән көндә холера менән ауырып китә, үлем сигендә була, әммә тере ҡала{{sfn|Берберова|1997|с=41—42}}. Николай һәм Петрҙы кластарына тапшырып, ә Александра менән Ипполитты ябыҡ уҡыу йортона билдәләп, Илья Петрович дүрт йәшлек игеҙәк балалар менән ваҡытлыса үҙенең ҡустыһы Петр Петровичҡа күсеп килә.
 
1855—1858 йылдарҙа Илья Петрович улына фортепианонан дәрестәр биреүгә немец пианисы Рудольф Кюндингерҙы яллай. Дәрестәрҙә Чайковский шулай уҡ уҡытыусы менән дүрт ҡулда башҡарып, көнбайыш ҡораллы музыка менән таныша. Һуңыраҡ «Автобиографияһында» Чайковский яҙасаҡ: ''«Һәр йәкшәмбе мин уның менән бер сәғәт шөғөлләндем һәм фортепианола уйнауҙа тиҙ уңыштарға ирештем. Ул беренсе булып үҙе менән мине концерттарға алып йөрөнө»{{sfn|Берберова|1997|с=47—49}}.
 
Кюндингер менән дәрестәр 1858 йылдың яҙында тамамлана, сөнки Илья Петрович шикле аферала бөтә үҙенең бөтә мөлкәтен юғалта һәм эш эҙләргә мәжбүр була. Институтты тамамлап ҡайтҡан Александра ғаилә башлығы була. Элекке инженер ҡаҙаныштарын иҫләп, Илья Петровичҡа Технология институтында директор вазифаһын бирәләр һәм ул балалары менән ҙур ҡаҙна фатирына күсә{{sfn|Берберова|1997|с=47—49}}.
 
[[Файл:Twentieth graduating class of the Imperial School of Jurisprudence (Saint Petersburg, 1859).gif|thumb|350px|<center><small> Император хоҡуҡ училищеһының XX сығарылышы, 1859 й.<br>П. Чайковский — һулдан 7-се 1-се рәттә, 6-сы — [[Герард, Владимир Николаевич|В. Герард]].</small></center>]]
 
== Иҫкәрмәләр ==