Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
62 юл:
 
[[1850 йыл]]дың 22 авгусында улар әсәйҙәре менән театрға Глинканы Глинканың «Жизнь за царя» операһына баралар, унда ул ҙур оркестр, хор һәм солистар башҡарыуында тәүге тапҡыр рус операһын ишетә, ә октябрь уртаһында Адольф Адандың «Жизель» балетына бара, балетта төп ролде итальян балеринаһы Карлотта Гризи башҡара. Октябрҙә Александра Андреевна, ата-әсәһенә яҙған бер хатында «йәмһеҙ Алапаиха» тип атаған Алапаевскҡа ҡайта<ref>Письмо Чайковского от 26 августа 1851 года. Познанский, 2010, ч. 1, гл. 1</ref>; әсәһе менән айырылышыу күңел йәрәхәте була. Уның Петербург попечителе булып ғаилә дуҫы — Модест Вакар тора, ул уны Николай менән бергә йәкшәмбе көндәренә үҙенә ала{{sfn|Берберова|1997|с=34—38}}. Бер шундай йәкшәмбелә уларҙың йортона көтмәгәндә Чайковский Хоҡуҡ училищеһының әҙерлек кластарының береһендә булған скарлатинаны алып килә, Модест Вакарҙың улына ауырыу йоға һәм биш йәшендә ҡапыл үлеп китә. Малайҙың мәйетен күреп һәм тәүге тапҡыр төҙәлмәҫлек ҡайғыға дусар булып, ун йәшлек Пётр Чайковский, уны бер кемдә шелтәләмәһә лә{{sfn|Берберова|1997|с=37—38}} һәм хатта унан диагнозды йәшерһәләр ҙә, бөтә нәмәлә үҙен ғәйепләй.
 
1851 йылдың яҙына Модест Вакар урынына Иван Иванович Вейц һәм Платон Вакар попечитель була. Шул уҡ йылдың апрелендә Пётр Чайковский Дворяндар йыйылышының балалар балында тәүге тапҡып император Николай I күрә. Ата-әсәһенә булған сентименталь хаттарында ата-әсәһенең килеүен үтенә, әммә бөтә 1851 йылға бер тапҡыр, сентябрь айында өс аҙнаға атаһы килеп китә.
 
[[1852 йыл]]да Илья Петрович хеҙмәтен ҡалдыра һәм ғаиләһе менән Петербургҡа күсеп килә, ә Пётр Хоҡуҡ училищеһының «ысын» класына инеү имтихандарын уңышлы тапшыра. Уның синыф тәрбиәселәре «тар фекерле, әммә бик яҡшы, йәғни изге күңелле кешеләр» И. С. Алопеус һәм Эдуард Гальяр де Баккара{{sfn|Познанский|2010|loc=ч. 1., гл. 2}}, ә яратҡан уҡытыусыһы әҙәбиәтте һәм француз телен уҡытҡан И. И. Берар була. Училищела ул шулай уҡ фортепиано буйынса Франц Беккерҙа уҡый һәм Гавриил Ломакин етәкселеге аҫтында хорҙа йырлай. Беккер менән дәрестәр бер ниндәй ҙә файҙа бирмәй, әммә Чайковский фисгармония һәм фортепианоға бирелгән темаларға насар импровизацияламай{{sfn|Познанский|2010|loc=ч. 1, гл. 1}}. Петербургтың музыкаль тормошон күҙәтеп, ул Глинканың ике операһын, уның Н. Кукольниктың «Князь Даниил Дмитриевич Холмский» трагедияһына музыкаһын, Мейербер операларын һәм Веберҙың «Волшебный стрелок» операһын тыңлай, Даргомыжский, Шуберт һәм Шумандың музыкалары менән таныша{{sfn|Вайдман, Давыдова, Соколинская|1978|с=19—20}}.
 
[[1853 йыл]]дың майында йәш шағир [[Апухтин, Алексей Николаевич|Алексей Апухтин]] (Лёля) Петр Чайковский менән бер класҡа тура килә, улар ғүмерлеккә дуҫлаша. Иң яҡын дуҫы булараҡ, Апухтин Чайковскийҙың инаныуына, рухи ҡиммәтәренә, ҡарашына һәм әҙәби һәүәҫлегенә һиҙелерлек йоғонто яһай. Был йылдарҙа Чайковский әүҙем уҡый башлай, башлыса йортонда, атаһында булған китаптарҙы уҡый{{sfn|Берберова|1997|с=45}}.
 
== Иҫкәрмәләр ==