Хорунжий: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
1 юл:
{{мөхәррирләү|1=Тутыйғош|2=8 октябрь 2019}}.
{{Ук}}
{{кратное изображение
Юл 108 ⟶ 107:
Сик буйы ғәскәрҙәрендә, Эске хәүефһеҙлек агенствоһында, Разведка агенствоһында, Дәүләт һағы хеҙмәтендә, Язалау хеҙмәтендә хорунжийҙарҙың хеҙмәт кластары бар (өлкән подофицерҙар хәрби званиелары класына тура килә). Сик буйы ғәскәрҙәрендә «Сик буйы һағы» һүҙҙәре менән кесе хорунжий, хорунжий, өлкән хорунжий, штаб хорунжий, өлкән штаб хорунжий званиелары әлеге класҡа ҡарай. Эске хәүефһеҙлек агенствоһында һәм Разведка агенствоһында әлеге класҡа «Эске хәүефһеҙлек агенствоһы» һәм «Разведка агенствоһы» һүҙҙәре менән кесе хорунжий, хорунжий, өлкән хорунжий, штаб хорунжий, өлкән штаб хорунжий званиелары инә. Дәүләт һағы хеҙмәтендә, Язалау хеҙмәтендә әлеге класҡа «Дәүләт һағы хеҙмәте» һәм «Язалау хеҙмәте» һүҙҙәре менән кесе хорунжий, хорунжий, өлкән хорунжий званиелары инә.
Ошондай званиелар полицияла һәм Дәүләт янғындан һаҡланыуҙа бар. [[1954 йыл]]да хорунжий званиеһы иң кесе офицеры званиеһы сифатында поляк милицияһында индерелә. [[1974 йыл]]да милицияла хорунжийҙар класы булдырыла (хәрби хорунжийҙар званиеларына тап килә). Уға кесе хорунжий, хорунжий, өлкән хорунжий званиелары инә. [[1985 йыл]]да милиция хорунжийҙары класында званиеларҙың ике дәрәжәһе булдырыла: кесе хорунжийҙар һәм өлкән хорунжийҙар. Кесе хорунжийҙарға — кесе хорунжий һәм хорунжий, өлкән хорунжийҙарға өлкәе хорунжий, штаб хорунжиййхорунжийы һәм өлкән штаб хорунжийы званиелары инә.
 
Артабан полициялағы һәм Дәүләт янғындан һаҡланыуҙа хеҙмәт званиелары хәрби званиеларҙан айырыла башлай. [[1990 йыл]]да полицияла хорунжийҙар класы ''полиция аспиранттары класы'' итеп үҙгәртелә, хорунжийҙар званиелары бөтөрөлә, улар урынына полиция аспиранты званиеһы индерелә (1918—1939 йылдарҙа ғәмәлдә була һәм хәрби хорунжий званиеһына тап килә). [[1995 йыл]]да шулай уҡ кесе аспирант, өлкән аспирант һәм штаб аспиранты званиелары индерелә. [[1997 йыл]]да кесе аспирант званиеһы сержанттар класына индерелә һәм улар араһында иң юғарыһы була; ә аспиранттар класына иң юғары сифатында подкомиссар званиеһы индерелә. [[2001 йыл]]да кесе аспирант званиеһы аспиранттар класына ҡайтарыла, ә подкомиссар званиеһы иң кесе булараҡ кесе офицер званиеларына индерелә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хорунжий» битенән алынған