Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
25 юл:
|связи = [[:ru:Ликунов Иван Сергеевич|Ликунов Иван Сергеевич]]; [[Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы]]
}}
 
[[Файл:IlshatS Utiagulov.JPG|thumb| Зөбәй Үтәғолов бюсы.<br> [[Белорет]] ҡалаһы.]]
'''Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы''' ([[15 сентябрь]] [[1913 йыл]] — [[15 ғинуар]] [[1943 йыл]]) — [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, гвардия ҡыҙылармеецы. Һуғышҡа тиклем — уҡытыусы. [[Советтар Союзы Геройы]] (1943, үлгәндән һуң).
 
== Биографияһы ==
Зөбәй Төхвәт улы Үтәғолов 1913 йылдың 15 сентябрендә [[Өфө губернаһы]] [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] [[Баҡый (Белорет районы)|Баҡый]] ауылында крәҫтиән ғаиләһендә<ref name="Х" /> тыуған. [[Ишембай районы|Маҡар районының]] Маҡар ауылында икенсе баҫҡыс мәктәбендә уҡый (һуңынан белем усағы беренсе баҫҡыс мәктәп менән ҡушылып, Маҡар урта мәктәбе булып китә). Мәктәптән һуң [[Башҡорт дәүләт университеты|Башҡорт педагогия институтына]] уҡырға инә һәм унда Һәҙиә Дәүләтшина, Ғәлимов Сәләм, Хәниф Кәрим кеүек буласаҡ билдәле яҙыусылар, шағирҙамшағирҙар менән бергә юғары һөнәри белем ала. «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең беренсе ҡарлуғасы<ref>[http://www.bashedu.ru/facbashfiljur/100-letiyu-bashkirskogo-poeta-zubaya-utyagulova-posvyashchaetsya 100-летию башкирского поэта Зубая Утягулова посвящается]</ref>. Институтты тамамлағас, [[Салауат районы]] [[Арҡауыл (Салауат районы)|Арҡауыл]] урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелә. [[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланыр алдынан уны [[Мәләүез районы]]ның Юлдаш урта мәктәбе директоры итеп күсерәләр<ref>«Земля салаватская, земля батыра», Уфа, «Гилем», 2010</ref>.
 
== Батырлығы ==
[[Файл:IlshatS Utiagulov.JPG|thumb| слева|Зөбәй Үтәғолов бюсы.<br> [[Белорет]] ҡалаһы.]]
[[1942 йыл]]дың авгусында Мәләүез военкоматынан Ҡыҙыл Армияға алына, шул уҡ йылдың ноябренән башлап Көньяҡ-Көнбайыш фронтында хеҙмəт итə.