Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Биографияһы: күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
25 юл:
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина 1945 йылдың 14 октябрендә БАССР-ҙың Ейәнсура районы Мәзит ауылында тыуа. Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә ала. 1959 йылда [[Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты|Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатына]] уҡырға бара. Уны тамамлағас, [[Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты]]на уҡырға инә.
 
Институтты тамамлағас, ғаиләһе менән [[Стәрлетамаҡ районы]]ның [[ИшпарИшбарс]] ауылы мәктәбенә йүнәлтмә менән эшкә бара, унда балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.
 
1972 йылдан Ейәнсура районының «Октябрь байрағы» район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
 
1975 йылдан алып [[Күмертау]] ҡалаһының [[Маяҡ (Күмертау ҡалаһы)|Маяҡ ҡасабаһы]]ндағы 8-се һанлы урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1994 йылда уны Күмертауҙа асылған [[Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башҡорт урта мәктәбе]]нә «Тормош һабаҡтары» предметын уҡытырға саҡыралар.
 
1997—2007 йылдарҙа Ф. Ғөбәйҙуллина [[Өфө]]лә [[Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты]]ның өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 2007 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы]]ның өлкән әҙәби консультанты, 2012 йылдан алып рәйес урынбаҫары булып эшләй.