Хәбиров Илдус Хәйбулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
1 юл:
{{Ук}}
{{фамилиялаш|Хәбиров}}
'''Хәбиров Илдус (Индус) Хәйбулла улы''' ([[10 октябрь]] [[1935 йыл]] — [[29 май]] [[2007 йыл]]) —балет— балет артисы, балетмейстер, педагог,. [[БАССРБашҡорт АССР-ы]]-ҙыңның атҡаҙанған артисы. Бөтә Союз балет артистары конкурсы (1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963; икеһе лә — Мәскәү) лауреаты.
 
== Биографияһы ==
Илдус (Индус) Хәйбулла улы Хәбиров 1935 йылдың 10 октябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ныңының [[Миәкә районы]] Еңебай-Урсай ауылында тыуған. [[Ленинград|Ленинград хореография училищеһы]]на уҡырға инә һәм уны [[1955 йыл]]да тамамлай (педагогтары - А. Л. Кумысников, Н. В. Балтачеева). Ленинградтан уҡыуҙан ҡайтҡас, Хәбиров Илдус (Индус) Хәйбулла улы [[Башҡорт опера һәм балет театры]]ның балет труппаһында эшләй. Ул маһир бейеүсе, үҙ эшенең оҫтаһы була, лирик һәм драматик ролдәрҙе бик ҙур оҫталыҡ менән берҙәй башҡара. Театрҙа Хәбиров Илдус (Индус) Хәйбулла улы Л. Б. Степанованың «Сыңау торна» балетында Йомағол, Арсланбай, П. И. Чайковскийҙың «Лебединое озеро»һында Зигфрид, А. Адандың «Жизель» балетында Альберт, К. А. Караевтың «Тропою грома»һында Ленни, С. С. Прокофьевтың «Ромео и Джульетта»һында Ромео, Н. Г. Сабитовтың «Гөлнәзирә»һендә Бәхтейәр, Н. К. Чемберджиҙың «Ҡарлуғас»ында старшина партияларын башҡарып, тамашасыларҙың һөйөүен яулай. 1969-1971 йылдарҙа [[СССР]]-ҙың Оло театрында Ю. Н. Григоровичта балетмейстерлыҡ һөнәрен өйрәнә. [[1971 йыл]]да [[Башҡорт опера һәм балет театры]] сәхнәһендә Н. Г. Сабитов музыкаһына "Айгөл иле" балетын ҡуя. И. Х. хәбиров шулай уҡ Н. Сабитов музыкаһына «Яулыҡ тураһында поэма», «Урман ҡыҙы», З. Ғ. Исмәғилевтың «Салауат» операһына, Р. В. Моратшиндың «Бөркөт осошо» әҫәрҙәренә концерттар ҡуя. 1975-1976 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театрында баш балетмейстер булып эшләй. 1980-1981 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленың художество етәксеһе. 1991 йылдан алып [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]нда студенттар уҡыта. 1992 йылдан алып Башҡортостан дәүләт филармонияһының баш балетмейстеры. [[1957 йыл]]да [[Мәскәү]]ҙә уҙған Бөтә союз балет артистары конкурсында лауреат була. [[1963 йыл]]да Мәскәү Бөтә [[Рәсәй]] эстрада артистары конкурсы лауреаты.
 
== Әҙәбиәт ==