Википедия:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
90 юл:
 
=== Белгән нәмәгеҙ һәм ҡыҙыҡ нәмәләр тураһында яҙығыҙ ===
Һеҙ яҙасаҡ мәҡәләнең бер кешегә файҙалы йәки ҡыҙыҡлы буласағын белгән генә ваҡытта ул мәҡәләгә тотоноғоҙ. Википедияға өлөш керетеүҙән кәйеф алырға тырышығыҙ. Белмәгән әйберегеҙбер төшөнсә йәки әйбер тураһында яҙа башлағанһығыҙ икән, ул тема буйынса эҙләнеүҙәргә ваҡыт айырығыҙ: бер нисә көн ул тема буйынса уҡырға тура килер бәлки. Улай иткәндә, һеҙ бик күп яңы нәмәләр өйрәнәсәкһегеҙ һәм бик һәйбәт мәҡәлә яҙасаҡһығыҙ.
Әгәр ҙә тик эс бошоуҙан ғына мәҡәлә яҙа башлағанһығыҙ икән, уны бөтөнләй яҙып тормағыҙ. Был эш өсөн көсөгөҙ һәм ваҡытығыҙ әрәм буласаҡ һәм Википедияла тағы бер тамамланмаған мәҡәлә пәйҙә буласаҡ.
96 юл:
'''Бер нисә юлдан ғына ғибәрәт булған мәҡәләләр яҙмағыҙ''', сөнки улар мәғәнәһеҙ тип һаналып [[Википедия:Биттәрҙе юйыу|юйыласаҡтар]].
 
Теләк менән яҙыла башлаған мәҡәләнең дә яҙылып бөтөлмәүе мөмкин. Ундай ваҡытта '''ул мәҡәләне Википедияға урынлаштырмауығыҙ хәйерлерәк булыр'''; яҙып бөтөлгәнгә тиклем үҙегеҙҙә һаҡлап тороғоҙ. Яҙылып бөтөлмәгән мәҡәлә күргән ваҡытығыҙҙакүргәнегеҙҙә, уны <nowiki>{{stub}}</nowiki> [[Википедия:Ҡалыптар|ҡалыбы]] менән билдәләгеҙ. Тамғаны мәҡәлә текстынан '''һуң''', категориялар һәм интервики һылтанмаларынан '''алда''' ҡуйығыҙ.
 
Әгәр мәҡәләлә аңлатылған төшөнсәнең бер нисә мәғәнәһе бар икән, теләгегеҙгә күрә һәр бер мәғәнәһе өсөн айырым мәҡәлә яҙығыҙ. Һәм иң аҙаҡтан <nowiki>{{disambig}}</nowiki> тамғаһын ҡуйып '''аңлатыу билдәһеҙлелеген хәл итеү''' мәҡәләһен яҙығыҙ. Үрнәк өсөн [[Европа]] мәҡәләһен ҡарай алаһығыҙ..