Кочерга Иван Антонович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
10 юл:
Әҙәби эшмәкәрлеген 1904 йылда башлаған. «Бокалдағы йыр» («Песня в бокале») тигән әкиәттең авторы (1910), ул беренсе тапҡыр 1926 йылда Харьков халыҡ театрында ҡуйыла. «Алмас тирмән ташы» («Алмазный жернов») драмаһы (1927), «Марко тамуҡта» («Марко в аду») феерияһы (1928), ул Харьковтағы Ҡыҙылзавод театрында ҡуйыла; «Свичканың туйы» («Свадьба Свички»)(1930), «Ярослав Мудрый» (1946)драматик поэмаларының , "Хәҡиҡәт " («Истина») (1947) драмаһы авторы<ref name="bse13" />. Шулай уҡ ул тиҫтәләгән пьеса яҙған.
 
== Башҡортостанда эвакуацияла ==
[[Бөйөк Ватан һуғышы]] йылдарында күмелер ваҡыт [[Өфө]]лә йәшәй. Иван Кочерганың «Туҫтаҡ» ({{lang-ru|«Чаша»}}) тигән драмаһы украин драматургияһында күренекле урын биләй, ә унда һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар тулыһынса Өфөлә бара. Ҡатмарлы эпизодтарҙа [[Башҡортостан]] хеҙмәтсәндәренең нисек итеп эвакуацияға килгән интеллигенцияны ҡабул итеүе, һуғыш һынауҙарына эләккән кешеләрҙең яңы урынға ерегеүе бәйән ителә. Улар — урындағылар ҙа, ситтән килгәндәр ҙә — дөйөм маҡсатҡа, дошманды тар-мар итеүгә өлөш индереү ынтылышы менән йөшөй башлағаны һүрәтләнә. Өфөнөң тимер юлындағы, «Өфө» ҡунаҡханаһында булған сәхнә күренештәре бик ҡыҙыҡлы.