Хәсәнов Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
аныҡлаштырыу
 
35 юл:
Ғәлиәхмәт Хәсәнов Башҡорт үҙәк шураһы булараҡ 1917 йылдың көҙөндә милли-азатлыҡ хәрәкәтенең мөһим документтарын әҙерләүҙә ҡатнаша. 1917 йылдың 15 ноябрендә Үҙәк шура тарафынан ҡабул ителгән тарихи акт — Башҡортостан автономияһын иғлан итеү тураһындағы 2-се фарманда уның да ҡул тамғаһы бар.
 
1917 йылдың 8-20 декабрендә, [[Ырымбур]]ҙа үткән [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында]] ҡатнаша. Ҡоролтайҙан һуң, Ғәлиәхмәт Хәсәнов Башҡорт үҙәк шураһының финанс бүлеген мөдире булып эшләй. 1918 йылдың февралендә [[Ырымбур]]ҙағы Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт үҙәк шураһы ағзалары большевиктар (дөрөҫөрәге, [[БашҡорттостанБашҡортостан автономияһы]]н күрә алмаған Ырымбур мосолман хәрби комитеты) тарафынан ҡулға алынып төрмәгә ябыла. Ғ. Хәсәнов большевиктар ҡулынан ысҡынып өлгөргән, булһа кәрәк. Документтарҙан күренеүенсә, төрмәгә ябылған башҡорт эшмәкәрҙәре араһында уның исеме телгә алынмай.
 
1918 йылда июнендә [[Силәбе]] ҡалаһында [[Башҡорт хөкүмәте]] янынан тергеҙелә. Июль айында Сәғит Мерәҫов [[Ырымбур]]ға килеп, Башҡорт хөкүмәтенең урындағы хәрби бүлеген ойоштора. Оҙаҡламай Ғәлиәхмәт Хәсәнов та ошо бүлектең эшенә ҡушылып китә. Хәрби бүлек ағзаһы булараҡ ул [[Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы|С. Мерәҫов]], [[Бейешев Әхмәт (Әхмәҙулла) Әлмөхәмәт улы|Ә. Бейешев]], [[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|У. Ҡыуатов]], [[Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы|Х. Ғәбитовтар]] берлектә халыҡты [[Башҡорт армияһы]]на мобилизациялау эшендә ҡатнаша.
 
Артабанғы айҙарҙа Ғәлиәхмәт Хәсәнов [[Мутин Илдархан Ибраһим улы|Илдархан Мутин]] урынына Башҡорт хөкүмәтендә финанс бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.