Сухомлинский Василий Александрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
22 юл:
}}
 
'''Сухомлинский Василий Александрович Сухомлинский''' ({{lang-uk|Василь Олександрович Сухомлинський}}; [[28 сентябрь]] [[1918 йыл]] — [[2 сентябрь]] [[1970 йыл]]) — күренекле [[СССР|совет]] новатор-педагогы, яҙыусы. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. Педагогия фәндәре кандидаты ([[1955]]), [[Украина ССР-ы]] мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы ([[1958]]), [[СССР]] Педагогия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты ([[1968]]), [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] ([[1968]]). [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы.
 
== Биографияһы ==
Василий Александрович Сухомлинский [[1918 йыл]]дыңйылдың 28 сентябрендә Украина Державаһы Херсон губернаһының Александрий өйәҙе (хәҙер [[Украина]]ның [[Кировоград өлкәһе]]) Васильевка ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары бында үтә. Атаһы — Александр Емельянович Сухомлинский — Октябрь революцияһына тиклем помещиктарға ялланып балта оҫтаһы һәм столяр булып эшләй, крәҫтиәндәргә лә был йүнәлештә хеҙмәт күрһәтә. Совет заманында ауылдың алдынғы шәхестәренең береһенә әйләнә: йәмәғәт эшендә, шулай уҡ ҡулланыусылар кооперацияһына һәм колхозға етәкселек итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл хәбәрсеһе булараҡ, [[гәзит]]тәргә хәбәрҙәр яҙып тора, колхоздың уҡыу йортона мөдирлек итә, урындағы ете йыллыҡ мәктәптә ағас эшенә өйрәтеү дәрестәрен алып бара. В. А. Сухомлинскийҙың әсәһе Оксана Авдеевна йорт хужабикәһе булһа ла, колхозға хеҙмәт итә, тегенсе эштәрен башҡара. Ире менән икәүләп Василийҙан тыш тағы ла өс балаларын, үҫкәс ауыл уҡытыусылары булып киткән — Иван, Сергей һәм Меланияны оло тормош юлына сығара.
 
1933 йылда Василий [[Кременчук]] педагогия институтының рабфагына инә, артабан вузда уҡыуын дауам итә. 17 йәшендә ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай. [[Полтава]] пединститутына күсеп, уны тамамлағандан һуң тыуған төйәгенә ҡайтып, Онуфриев урта мәктәбендә [[украин теле]] һәм әҙәбиәтен уҡыта башлай.