Манахов Евгений Фёдорович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
32 юл:
1943 йылдың 18 сентябрендә гвардия лейтенанты Евгений Манахов һөжүм алыштарында үҙенең взводы менән Баба ауылы районында дошмандың батальон штабы блиндажына граната яуҙыра, штаб машинаһын ҡулға төшөрә, һигеҙ гитлерсыныны юҡ итә.
 
1943 йылдың 27 сентябренә ҡаршы төндә Манахов взводы башында беренселәрҙән булып [[Беларусь|Белоруссия]]ның Брагин районы Нивки ауылы районында Днепр йылғаһын кисеп сыға һәм дошман траншеяларына бәреп инә. Штык һәм бысаҡ менән гвардейсы кавалеристар хәрби һаҡты юҡ итә. Манахов взводы плацдармда нығына һәм 58-се гвардия кавалерия полкының башҡа подразделениеларыныңподразделениеларына йылғаны кисеүенә булышлыҡ итә. Манахов 4-се эскадрон менән командалыҡты ваҡытлыса үҙ өҫтөнә ала, {{comment|уратып алған|круговая}} оборона ойоштора, штабҡа дошман урынашҡан ҡаршы ярға хәйерле сығыуҙары һәм дошман траншеяһын баҫып алыуҙары тураһында хәбәр итә.
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуар Указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн гвардия лейтенанты Манахов Евгений Фёдоровичҡа, [[Ленин ордены]] һәм 3582-се һанлы [[«Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР)|«Алтын Йондоҙ» миҙалы]] тапшырылып, [[Советтар Союзы Геройы]] юғары исеменә лайыҡ була. 1946 йылдан Е. Ф. Манахов — запасҡа сыға.