Ғәшүрә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ислам}}
'''Ғәшүрә''' -  ({{lang+ar|عاشوراء||ʕa(ː)ˈʃuːraʔ}}), [[Ислам]]да айырата хөрмәтләнә торған көн, ул [[мөхәррәм]] айының 10-сы көнөнә тура килә; сөнниҙәрҙә был көн Аллаһтың [[Муса (пәйғәмбәр)|Муса пәйғәмбәр]]ҙе һәм Бәни исраилде [[Фирғәүен]] ғәскәренән ҡотолдороуы хөрмәтенә сөннәт ураҙа тотоу менән билдәләнә, шиғыйҙарҙа ''мәтам көнө'' булараҡ билдәләнә, сөнки был көндә шиғый шәһиттәрен, иң әүәл имам [[Хөсәйен ибн Ғәли]] иҫкә алған көн<ref>{{ВТ-ЭСБЕ|Ғәшүрә көнө}}</ref>
 
== Сөнниҙәрҙә Ғәшүрә ==
Сөнниҙәр мөхәррәм — первый месяц [[Ислам календары|Ислам календары]]ның беренсе айы тип һанай, ул дүрт [[Харам айҙар |харам айҙың]] береһе, улар хаҡында Аллаһ [[Ҡөрьән]]дә былай ти:
{{Ҡөрьән/Цитата
|Ысынлап та, Аллаһ хозурындағы айҙарҙың һаны — Ул күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан көндө — Аллаһтың китабында ун ике ай. Уларҙың дүртеһе — харам ай, был — хаҡ дин: ул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ һәм, күп илаһтарға табыныусыларҙың барыһы ла һеҙҙең менән һуғышҡан кеүек, һеҙ ҙә уларҙың барыһы менән дә һуғышығыҙ һәм белегеҙ: Алла тәҡүәләр менән!
9 юл:
|перевод=Кулиев}}
 
Сөнни ғалимдар [[хәҙис]]тәрҙә [[Нух (Ной)]] кәмәһе (''табут ән-Нух'') туфан ҡалҡҡандан һуң ошо көндә ҡоро ергә килеп сығыуы, ә [[Муса (пәйғәмбәр)|Муса пәйғәмбәр]] һәм Бәни исраил [[Фирғәүен]] ғәскәренән ҡотолоуы тураһында әйтелгән тип раҫлай{{sfn|Али-заде, А. А.|2007}}.
 
Ғәшүрә көнө сөнниҙәр сөннәт, йәғни теләк буйынса, ураҙа тота. Ундай ураҙаны [[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)|Мөхәммәт с.ғ.с.]] [[Мәҙинә]]лә тота башлай {{sfn|Ислам: ЭС|1991}}. Риүәйәттәрҙә бәйән ителеүенсә,[[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)|Мөхәммәт с.ғ.с.]] һижрәт ҡылғас, Ғәшүрә көнө йәһүҙиҙәрҙең [[Муса (пәйғәмбәр)|Муса пәйғәмбәр]]ҙе һәм Бәни Исраилде Аллаһтың [[Фирғәүен]] ғәскәренән ҡотолдороуы айҡанлы ураҙа тотоуын белеп ҡала. [[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)|Мөхәммәт с.ғ.с.]] мосолмандар йәһүҙиҙәргә ҡарағанда ла Муса пәйғәмбәрҙе ололоҡларға тейеш, ти һәм үҙе лә ураҙа тота, [[сәхәбәләр]]нә лә шулай итергә ҡуша{{sfn|Али-заде, А. А.|2007}}.
 
Боронғо ғәрәптәрҙең дә Ғәшүрә көнө ураҙа тотоуы билдәле{{sfn|Али-заде, А. А.|2007}}.
 
Ғәшүрә көнө ураҙа тотоу [[мөстәхәб]], әммә [[Фарыз|фарыҙ]] түгел. [[Әбү Хәнифә]] әйтеүенсә, ул [[Рамаҙан]] айында ураҙа тота башлағансы ғына фарыҙ булған{{sfn|Ислам: ЭС|1991}}. Пәйғәмбәр сөннәтенә ярашлы, йәһүҙиҙәрҙән айырмалы, Ғәшүрәлә ураҙаны 2 көн тотоу хәйерле) (9-10, йәки 10-11 Мөхәррәм){{sfn|Али-заде, А. А.|2007}}.
 
== Хәҙистәрҙән ==
46 юл:
Был көн Нух ғәләйһиссәләмдең көймәнән ергә баҫҡан көнөлөр. Шулай булғас, Нух ғәләйһиссәләм ул көндә шөкөр йөҙөнән ураҙа тотто. Ул туфандан ҡотолоп ергә баҫты <ref>Ғәшүрә көнө [https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%93%D3%99sh%D2%AFr%D3%99-k%D3%A9n%D3%A9.html]</ref>}}
 
== Шиғыйҙарҙа Ғәшүрә ==
{{төп мәҡәлә|Шахсей-вахсей}}
[[Файл:Ashura in Baku.jpg|thumb|240px|слева|Ғәшүрәлә шәхсей-вәхсей [[Баҡы]]. 1910-сы йылдар]]
Шииғыйҙар Ғәшүрәне [[Хөсәйен ибн Ғәли| имам Хөсәйен]] мәтамы рәүешле үткәрә. Мәтам мөхәррәмдең тәүге ун көнө дауамында бара, Ғәшүрә көнө иң ныҡ ҡайғылы көнгә әүерелә. Ошо көндә, 680 йылдың 10 октябрендә (йәки һижри 61 йыл), [[Кәрбәлә]] һуғышында имам Хөсәйен, ағаһы [[Ғәббәс ибн Ғәли]] һәм уларҙың 70 арҡалашы үлтерелә. Уларҙың ғазаплы үлемен шиғыйҙар йыл да мәтам итеп үткәрә {{sfn|Ислам: ЭС|1991}}. Мәтам йолалары [[Иран]]да, [[Әзербайжан]]да, [[Афғанстан]]да, [[Тажикстан]]да, [[Ливан]]да, [[Пакистан]]да, [[Бахрейн]]да [[Фарсы ҡултығы]]ның ҡайһы бер илдәрендә һәм [[шиғыйҙар]] йәшәгән төбәктәрҙә үткәрелә.
 
Мәтам йолаһы ваҡытында имам Хөсәйен һәм арҡалаштарының ғазаптары һүрәтләнә, үҙ-үҙҙәрен яфалау, яралау күҙәтелә {{sfn|Ислам: ЭС|1991}}.
 
Реза-шаһ Пехлеви осоронда (1925—1941) Иране урам буйлап йөрөүҙәр, мистериялар тыйылған була, әммә уны бик үтәп бармайҙар. Иранда Ислам революцияһынан һуң тыйыу көсөн юғалта{{sfn|Ислам: ЭС|1991}}.
 
== Башҡорттарҙа Ғәшүрә ==
Башҡорттарҙа Ғәшүрә Мөхәррәм айының унынсы көнө булараҡ билдәле. Ғәшүрә һүҙе - — ғәрәпсә ун тигән һанды аңлата. Был көн айырата хөрмәтләүгә лайыҡ тип ҡабул ителгәнлеге халҡыбыҙҙа Ғәшүрә тигән исемдән дә күренә. Был исемде ғәҙәттә ошо көндә донъяға килгән балаларға ҡушҡандар <ref>Башҡорт исемдәре. - — Өфө, 2005. - — 147-се бит</ref>
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәшүрә» битенән алынған