Диәнәт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Дианат''' — 1926—1928 йылдарҙа Өфөлә нәшер ителгән иллюстрациялы мосолман журна..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

13:19, 7 сентябрь 2019 өлгөһө

Дианат — 1926—1928 йылдарҙа Өфөлә нәшер ителгән иллюстрациялы мосолман журналы. Журнал Мәскәү, Одесса, Өфө ҡалаларында төрки телендә баҫыла, айырым документтар рус телендә бирелә. Баҫмала дин тәғлимәттәре, дини өгөт-нисәхәтле материалдар, мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назараты мәхәлләләр һаны тураһында мәғлүмәттәр, имам-хатиб һәм мәзиндәр исемлеге, ҡануниәт һәм күрһәтмә биреү документтары һәм башҡа дини темаға арналған материалдар баҫылып сыға.

Журналдың баш мөхәррире — М.Ғатауллин.

Журнал менән башҡорт дин әһелдәре М.М.Камалетдинов, Ғ.Ҡапҡаев, Ғ.Х.Ханисламов, БАССР мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы Х.Юлдашев һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеге бәйле.

Сығанаҡтар

Диәнәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.