20 август: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
38 юл:
* [[Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы]] (10.08.1898—8.08.1974), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 1952—1970 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт медицина институты]]ның дөйөм хирургия кафедраһы мөдире. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы, 1942 йылдан 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының медик-санитария эскадронының хирургия взводы командиры. Медицина фәндәре докторы (1965), профессор (1965). [[Башҡорт АССР‑ы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), [[РСФСР]]‑ҙың (1958) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡаҙанған табибы. 1‑се (1945) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1970), [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены|Ҡыҙыл Йондоҙ]] (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Шишмә районы]]ның [[Яңауыл (Шишмә районы)|Яңауыл]] ауылынан.
* [[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы]] (20.08.1933—11.10.2015), тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы]] башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1995—2002), Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе (2000—2009). [[Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы]] академигы (2006) һәм 2006—2012 йылдарҙа уның вице-президенты. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). [[Салауат Юлаев ордены]] кавалеры (2013).
* [[Хафизова Ситдиха Ғәзиз ҡыҙы]] (20.08.1933), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1979), СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 8-се съезы (1978), Бөтә Рәсәй уҡытыусыларының 3-сө съезы (1978) делегаты. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Мәсетле районы]] [[Теләш (Мәсетле районы)|Теләш]] ауылынан.
* [[Божеховский Пётр Максимович]] (20.08.1938), хеҙмәт ветераны, элекке партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). [[«Почёт Билдәһе» ордены]] кавалеры (1986). [[Баймаҡ]] ҡалаһы һәм [[Баймаҡ районы]]ның почётлы гражданы (2011).
* [[Нафиҡова Фәриҙә Низам ҡыҙы]] (20.08.1958), хеҙмәт ветераны, 1976—2015 йылдарҙа [[Балаҡатай районы]] Калинин исемендәге колхоздың машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән ошо уҡ райондың [[Әбсәләм (Балаҡатай районы)|Әбсәләм]] ауылынан.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/20_август» битенән алынған