9 сентябрь: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
52 юл:
* [[Евстигнеев Александр Семёнович]] (9.09.1894—20.01.1945), [[Беренсе донъя һуғышы|Беренсе донъя]], [[Рәсәйҙә Граждандар һуғышы|граждандар]] һәм [[Бөйөк Ватан һуғышы|Бөйөк Ватан]] һуғыштарында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкы яугиры. [[Советтар Союзы Геройы]] (1945, үлгәндән һуң).
* [[Санъярова Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы]] (9.09.1929—12.02.2010) төҙөүсе, 1957–1984 йылдарҙа [[Өфө]]ләге 3-сө төҙөлөш тресы ташсыһы. [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] (1975).
* [[Рәхмәтуллин Рафаэль Йосоп улы]] (9.09.1944), ғалим-философ, 1988—2002 йылдарҙа [[Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты|Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты]] уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002).
* [[Рязанов Леонид Иванович]] (9.09.1949—8.05.2011), тимер юлсы. 1970—2004 йылдарҙа Көньяҡ Урал тимер юлының [[Златоуст]] локомотив депоһы машинисы. Почётлы тимер юлсы (1985). [[СССР]]‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Дыуан районы]] Староверовка ауылынан (хәҙер бөткән).
* [[Баянов Илдар Рәүис улы]] (9.09.1959), спортсы. Хәҙерге бишбәйге буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983) һәм йыйылма командаһы ағзаһы (1983—1985). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Шәхси һәм команда зачёттарында Европа кубогын яулаусы (1983). [[РСФСР]] чемпионы (1985). Үҫмер спортсылар араһында СССР чемпионы (1982). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/9_сентябрь» битенән алынған