Энцелад (юлдаш): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
 
== Атамаһы ==
Энцелад [[Боронғо грек мифологияһы|боронғо грек мифологияһының]] гигант Энкелад хөрмәтенә шулай атала. Был атаманы (Сатурндың асылған тәүге ете юлдашы атамалары кеүек үк) юлдаштарҙы беренселәрҙән булып асыусының улы — Уилям Джон Гершель — 1847 йылда баҫылып сыҡҡан «Изге Өмөт морононда яһалған астрономик күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре» тигән мәҡәләһендә тәҡдим итә<ref name="Lassell">As reported by William Lassell, [http://adsabs.harvard.edu//full/seri/MNRAS/0008//0000042.000.html Monthly Notices of the Royal Astronomical Society, Vol. 8, No. 3, pp. 42-43] 1848 January 14)</ref>. Ул был исемдәрҙе [[Сатурн (мифология)|Сатурн]] боронғо грек мифологияһында гиганттар башлығы булып танылған Кронос булараҡ билдәле булғанға һайлай.
Энцелад рельефының деталдәренә исемдәр «[[Мең дә бер кисә|Мең дә бер кисә»]] хикәйәләр йыйынтығынан алына<ref name="NameCategories">Blue, J.; (2006) [http://planetarynames.wr.usgs.gov/Page/Categories ''Categories for Naming Planetary Features'']. Retrieved April 4, 2014.</ref>. Кратерҙарға ундағы персонаждар исемдәре, ә башҡа структураларына — бураҙналарға (''fossae''), тауҙар теҙмәһенә (''dorsa''), тигеҙлеккә (''planitiae'') һәм соҡорҙарға (''sulci'') — хикәйәләрҙәге географик объекттар исемдәре бирелә. 2017 йылдың февраленә Энцелад картаһына 85 атама индерелгән була<ref name="gazetteer_Enceladus" />, шуларҙың 22-һен Халыҡ-ара астрономия союзы 1982 йылда, ике КА «Вояжер» осоролғандан һуң раҫлай, ә ҡалғандарының исемдәре 2006 йылдан башлап, «Кассини» һүрәттәре нигеҙендә ҡушыла<ref name="NewNames" />. Раҫланған атамалар өлгөләре — Аладдин кратеры, Дарьябар бураҙнаһы, Сәмәрҡәнд соҡорҙары һәм Сарандиб тигеҙлеге.