Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
30 юл:
== Биографияһы ==
Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов 1923 йылдың (башҡа сығанаҡтар буйынса 1924 йылдың) 5 февралендә [[Башҡорт АССР-ы]] [[Тамъян-Ҡатай кантоны]] [[Ҡунаҡбай (Учалы районы)|Ҡунаҡбай]] ауылында (хәҙерге ваҡытта [[Башҡортостан]]дың [[Учалы районы]]на ҡарай) тыуған. Рәсми сығанаҡтарҙа Екатеринослав (Днепропетровск) ҡалаһында тыуған тип иҫәпләнә. Милләте башҡорт.
[[Файл:Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк булыусыларға мәңгелек дан.jpg|мини|Тыуған_ил_өсөн_яуҙа_һәләк_булыусыларға_мәңгелек_дан]]
 
Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһе [[Иваново]] балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа [[Өфө]]ләге НКВД ҡарамағында булған хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ырымбур янындағы Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына уҡырға алына. 1943 йылдың ғинуарында Калинин фронтына 91-се айырым уҡсылар бригадаһына хеҙмәткә ебәрелә.