Энцелад (юлдаш): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
Энцелад геологик яҡтан әүҙем: ул [[Ҡояш системаһы|тышҡы Ҡояш системаһындағы]] өс күк есеменең береһе (әүҙем вулкан атылыу күҙәтелгән Юпитерҙың юлдашы Ио һәм Нептун юлдашы Тритон менән бер рәттән). Был атылыуҙар анализдары лава ағымы Энцелад ҡуйынындағы шыйыҡ [[Һыу|һыуҙан]] торған океандан атылып сығыуын күрһәтә. Шлейфтың химик составы бик үҙенсәлекле, шуға ла Энцеладты астробиологик тикшеренеүҙәр өсөн бик мөһим тип күҙаллау дөрөҫ. Шлейфты асыу Энцелад Сатурндың Е ҡулсаһын тулыландырып тороусы сығанаҡ булыуын да раҫлай<ref name="Ciclops1881" />
 
2011 йылда NASA ғалимдары «Enceladus Focus Group Conference» конференцияһында, «Ҡояш системаһында Энцелад Ерҙән ситтә беҙ белгән тормош өсөн яраҡлы урын» тип <ref name="Lovett_2011" /><ref name="dailygalaxy" />.
 
 
174 юл:
Энцеладтың уртаса диаметры — 504,2 километр, массаһы һәм ҙурлығы буйынса Сатурн юлдаштары Титан (5150 км), Рея (1530 км), Япет (1440 км), Диона (1120 км) һәм Тефиянан (1050 км) ҡала алтынсы урында тора. Етенсе урында Мимас (397 км) тора. Был 7 объект, Сатурндың башҡа бәләкәй юлдаштарынан айырмалы рәүештә, ярайһы уҡ дөрөҫ йомро шар формаһында.
 
Аппарат Энцеладҡа икенсе тапҡыр яҡынлашҡанда уның өс күсәрле эллипсоид формаһында булыуы асыҡлана. "«Кассини"» станцияһының мәғлүмәттәре буйынса уның үлсәме  — 513,2(a)×502,8(b)×496,6(c) километр, (a)  — Сатурнға йүнәлтелгән күсәр буйынса диаметры, (b)  — орбитаға ҡарата тейеп торған һыҙыҡ буйлап диаметры, (c)  — төньяҡ һәм көньяҡ ҡотоптар араһы. Был мәғлүмәттәрҙәге хата  — 0,2-0,3 километр ғына<ref name=ESS_2014/>.
{{clear}}
 
190 юл:
Энцелад орбитаһы был ҡулсаның иң тығыҙ өлөшө буйлап үтә. Был өлкә ярайһы уҡ тар. Шуға күрә ҡулсаны Энцеладтың матдәләре менән тулыландырылыуын «Кассини» осоролғанға тиклем үк күҙаллайҙар. Йыһан аппаратынан алынған мәғлүмәттәр был күҙаллауҙы раҫлай ғына.
{|
|[[Файл:Saturn's_Rings_PIA03550.jpg|мини|450x450пкс|Сатурндың ҡулсалары һәм юлдаштары схемаһы. Е ҡулсаһының иң тығыҙ өлөшөндә Энцелад күренә]]
|[[Файл:E_ring_with_Enceladus.jpg|мини|250x250пкс|Е ҡулсаһы һәм Энцелад. Артҡы яҡтан яҡтыртылғанға ҡулса яҡшы һиҙелә (Ҡояш һүрәт үҙәгенән 5° урынлашҡан)]]
|[[Файл:Enceladus_&_Rings.jpg|мини|250x250пкс|Энцелад һәм Сатурн ҡулсалары. 2015 йылдың 29 июлендә 1  млн км самаһы алыҫлыҡтан КА «Кассини» эшләгән Һүрәт. Юлдаштың көньяҡ ҡотобо районындағы гейзерҙар күренә]]
|}
Е ҡулсаһын матдәләр менән тулыландырыуҙың ике юлы бар<ref name=Spahn/>. Беренсе юл: ҡулсаны тулыландырыу сығанағы — Энцеладтың көньяҡ ҡотоп өлкәһендә урынлашҡан криовулканик факелдары (вулкан кратерынан лава урынына һыу, аммиак, метан урғыла). Әлбиттә, урғылған матдәләрҙең күбеһе юлдаштың өҫтөнә кире төшә. Әммә матдәләрҙең бер ни тиклем өлөшө, юлдаштың тартыу көсөн еңеп, Е ҡулсаһына барып эләгә, сөнки Энцелад өсөн беренсе космик тиҙлек 866 км/сәғ тәшкил итә. Е ҡулсаһын тулыландырыуҙың икенсе сығанағы — ҙур тиҙлектә килеп төшкән метеориттар Энцелад өҫтөндәге матдәләрҙе юғарыға йөҙҙәрсә килеметрға ырғыта. Сатурндың Е ҡулсаһы эсендә әйләнгән башҡа юлдаштарында ла был хәл ҡабатлана. Шулай итеп, улар ҙа Е ҡулсаһын тулыландырыуға үҙ өлөшөн индерә.
200 юл:
|[[Файл:PIA08409_North_Polar_Region_of_Enceladus.jpg|мини|250x250пкс|Энцеладтың төньяҡ поляр өлкәһе]]
|[[Файл:Map_of_Enceladus_PIA_14937_Dec_2011.jpg|мини|405x405пкс|Юлдаш йөҙө картаһы (2011 йыл)]]
|[[Файл:Enceladus_moon_to_scale-PIA07724.jpg|мини|200x200пкс|[[Ер]] йөҙө фонында Энцелад һүрәте ([[Бөйөк Британия|Бөйөк Британия]] янында) был юлдаштың ни тиклем кескәй булыуын баһалау мөмкинлеге бирә]]
|}
Энцелад өҫтөнөң ентекле һүрәттәрен «Вояжер-2» аппараты ғына ебәрә ала. Алынған фотоларҙан күренеүенсә, Энцеладта биш төрлө тәбиғәт күренеше бар: кратерҙар булған участкалар, тигеҙлектәр, бураҙналы урындар<ref name="Rothery" />. Кратерҙар бик аҙ, ә бына үҙенсәлекле улаҡтар байтаҡ. Быларҙан тыш сатнауҙар, ярыҡтар<ref name="cracks" /> һәм киртләстәр бар. Был мәғлүмәттәр Энцелад өҫтөнөң бик йәш булыуы хаҡында һөйләй (бер нисә йөҙ миллион йыл), йәки уның өҫтө күптән түгел яңыртылған. Был мәғлүмәттәр юлдаштың криовулканик әүҙемлеге менән бәйле, күрәһең.
206 юл:
Энцелад, нигеҙҙә, һыулы боҙҙан тора һәм уның өҫтө ап-аҡ, шуға ла ул [[Ҡояш системаһы]]н<nowiki/>да ҡояш нурҙарын иң яҡшы сағылдырыусы<ref name=Spencer_2013/>.Юлдаштың өҫтө ҡояш нурҙарын тулыһынса тип әйтерлек кире сағылдыра, уларҙың бик аҙы ғына юлдаш өҫтөндә ҡала, шуға ла төшкөһөн ундағы температура −200 °C була. Был Сатурндың башҡа юлдаштарындағы температуранан бер аҙ һалҡыныраҡ<ref name="Spencer_2006" /><ref name=Howett_2010/>. Энцеладтың геометрик альбедоһы (йәшел яҡтылыҡ өсөн, нанометр 550) тигеҙ {{S|1,375 ± 0,008}}<ref name="Verbiscer_2007" />.
 
«Кассини» автоматик станцияһы 2004 йылда Сатурнға барып етә һәм йөҙҙәрсә километрға юғарыға атылған боҙ валсыҡтары фонтанының шаһиты була. Был фонтандар юлдаштың көньяҡ ҡотобындағы дүрт ярыҡтан урғыла. Фонтандарҙағы боҙ кисәксәле Сатурн тирәләй ҡулса барлыҡҡа килтерә лә инде. Шундай бәләкәй юлдашта нисек итеп шундай көслә вулкан әүҙемлеге күҙәтелеүен әлегә ғалимдар аңлата алмай. 2010  г. ғалимдар юлдаштың үҙенән-үҙе йылыныуын орбитаһы буйынса хәрәкәт иткәндә барлыҡҡа килгән [[либрация]] (бер аҙ һелкенеү, бәүелеү) һөҙөмтәһендә йылыналыр, тип аңлатып ҡараны
 
Көндөҙ Энцелад өҫтөндәге температура яҡынса −200 °C тирәһенә етә, көньяҡ ҡотоп өлкәһендә ярылған урындарҙа −90 °C<ref name=Spencer_2013/>. Был факттар юлдаштағы геологик процесты һаҡлап тороусы ниндәйҙер энергия сығанағы булыуы тураһында һөйләй.