Энцелад (юлдаш): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Һайланған мәҡәләләргә кандидат
1 юл:
{{Һайланған мәҡәләгә кандидат}}
{{Ук}}
'''Энцела́д''' ({{Lang-grc|Ἐγκέλαδος}}, {{lang-en|Enceladus}}) — [[Сатурн|Сатурндың]] ҙурлығы буйынса алтынсы юлдашы. Уны [[1789 йыл]]да Уильямом Гершель аса, ләкин 1980-се йылдар башына, планета-ара ике «Вояджер» зонды уға яҡынлағанға тиклем, ул бик аҙ өйрәнелә. Зондтар ебәргән һүрәттәр Энцеладтың диаметрын билдәләй (500 км тирәһе, йәғни Сатурндың иң ҙур юлдашы булған Титан диаметрның 0,1 өлөшө) һәм Энцеладтың Ҡояш системаһындағы ниндәй ҙә булһа башҡа есемгә ҡарағанда [[Ҡояш|ҡояш нурын]] күберәк сағылдырыуын асыҡлай. «Вояджер-1» юлдаштың орбитаһы тарҡау Е ҡулсаһының үтә тығыҙ өлөшө аша үтеүен һәм унда матдәләрен алмаштырыуын күрһәтә. Ошо ҡулса Энцеладты барлыҡҡа килтергәндер ахырыһы. «Вояджер-2» әллә ни ҙур булмаған был юлдаш өҫтөндәге рельеф күп төрлө булыуын асыҡлай: унда иҫке кратер булып ҡатҡан урындар ҙа, бик йәш яңы барлыҡҡа килгән участкалар ҙа бар (ҡайһы берҙәренең йәше 100 млн йылға ла етмәй).