Энцелад (юлдаш): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
201 юл:
|[[Файл:Enceladus_moon_to_scale-PIA07724.jpg|мини|200x200пкс|Энцелад һүрәт фон [[ер]] өҫтө (янындағы [[Бөйөк Британия|бөйөк британия]]) баһалау мөмкинлеген бирә, был ни ҙур булмаған юлдаш]]
|}
Энцелад өҫтөнөң ентекле һүрәттәрен «Вояжер-2» аппараты ғына ебәрә ала. Алынған фотоларҙан күренеүенсә, Энцеладта биш төрлө тәбиғәт күренеше бар: кратерҙар булған участкалар, тигеҙлектәр, бураҙналы урындар<ref name="Rothery" />. Кратерҙар бик аҙ, ә бына үҙенсәлекле улаҡтар байтаҡ. Быларҙан тыш сатнауҙар, ярыҡтар<ref name="cracks" /> һәм киртләстәр бар. Был мәғлүмәттәр Энцелад өҫтөнөң бик йәш булыуы хаҡында һөйләй (бер нисә йөҙ миллион йыл), йәки уның өҫтө күптән түгел яңыртылған. Был мәғлүмәттәр юлдаштың криовулканик әүҙемлеге менән бәйле, күрәһең.
 
Энцелад, нигеҙҙә, һыулы боҙҙан тора һәм уның өҫтө ап-аҡ, шуға ла ул [[Ҡояш системаһы]]н<nowiki/>да ҡояш нурҙарын иң яҡшы сағылдырыусы<ref name=Spencer_2013/>.Юлдаштың өҫтө ҡояш нурҙарын тулыһынса тип әйтерлек кире сағылдыра, уларҙың бик аҙы ғына юлдаш өҫтөндә ҡала, шуға ла төшкөһөн ундағы температура −200 °C була. Был Сатурндың башҡа юлдаштарындағы температуранан бер аҙ һалҡыныраҡ<ref name="Spencer_2006" /><ref name=Howett_2010/>. Энцеладтың геометрик альбедоһы (йәшел яҡтылыҡ өсөн, нанометр 550) тигеҙ {{S|1,375 ± 0,008}}<ref name="Verbiscer_2007" />.