Карл Либкнехт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
24 юл:
1912 йылдың ғинуарында Либкнехт рейхстаг депутаты итеп һайлана. Ул һуғыш көҫәгән олигархтарҙы ҡаты тәнҡитләп сығыштар яһай. 1913 йылдың апрелендә рейхстагта хәрби монополияларҙың етәкселәрен, шул иҫәптән «туптар короле» Круппты һуғыш утын тоҡандырыусылар тип атай. 1912 йылдағы Хемництағы съезда ул милитаризмға ҡаршы көрәштә халыҡ –ара пролетар теләктәшлеккә саҡыра.
 
[[Беренсе донъя һуғышы]] башланғас, социал-демократик партия фракция ағзаһы булараҡ, партия ҡарарына буйһоноп, 1914 йылдың 4 авгусында һуғыш кредиттары өсөн тауыш бирә. Ләкин оҙаҡламай улар , Роза Люксембург менән бергә социал-демократик партияның етәкселегенә ҡаршы көрәш башлай. 1914 йылдың 2 декабрендә Либкнехт рейхстагта бер үҙе һуғыш кредиттарына ҡаршы тауыш бирә. Рейхстаг рәйесе исеменә яҙған белдереүендә ул донъя һуғышын ғәҙел булмаған,баҫып алыу һуғышы тип атай, уның был хаты йәшерен листовкалар рәүешендә таратыла. 1915 йылдың 2 февралендә уны социал-демократтарҙың рейхстагтағы фракцияһынан сығаралар.
 
== Иҫкәрмәләр ==