Карл Либкнехт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
17 юл:
=== Германия социал-демократтарының һул яҡ йүнәлеше юлбашсыһы ===
Германия социал-демократтар партияһы ике — уң һәм һул йүнәлешкә бүленә. [[Роза Люксембург]] менән Карл Либкнехт һул социал-демократтарҙың етәксеһе булып таныла. 1907—1910 йылдарҙа Карл Либкнехт Социалистик йәштәр интернационалының рәйцесе була. 1907 йылда беренсе Халыҡ-ара йәштәр конференцияһында, Либкнехт милитаризмға көрәш тураһындағы доклад менән сығыш яһай. Шул уҡ йылда ул ''«Милитаризм һәм антимилитаризм»'' тигән китабын баҫтыра, тәүгеләрҙән булып, Либкнехт империализм осоронда милитаризмды анализлай һәм эшселәр хәрәкәтендә милитаризмға көрәште пропагандалауҙың кәрәклеген теоретик яҡтан нигеҙләй.
 
=== Дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләнеүе===
''«Милитаризм һәм антимилитаризм»'' китабы өсөн Либкнехт 1907 йылдың октябрендә Лейпцигта хөкүмгә тарттырыла. Суд Либкнехтты дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләп, йыл ярымға иркенән мәхрүм итә. Либкнехт Глац ҡәлғәһендә 1909 йылға тиклем ултыра. 1908 йылда, төрмәлә саҡта ,Берлиндан Пруссия ландтагына (парламенты) депутаты булып һайлана.
 
=== Рейхстаг депутаты===
1912 йылдың ғинуарында Либкнехт рейхстаг депутаты итеп һайлана. Ул һуғыш көҫәгән олигархтарҙы ҡаты тәнҡитләп сығыштар яһай. 1913 йылдың апрелендә рейхстагта хәрби монополияларҙың етәкселәрен, шул иҫәптән «туптар короле» Круппты һуғыш утын тоҡандырыусылар тип атай. 1912 йылдағы Хемництағы съезда ул милитаризмға ҡаршы көрәштә халыҡ –ара пролетар теләктәшлеккә саҡыра.
 
[[Беренсе донъя һуғышы]] башланғас, социал-демократик партия фракция ағзаһы булараҡ, партия ҡарарына буйһоноп, 1914 йылдың 4 авгусында һуғыш кредиттары өсөн тауыш бирә. Ләкин оҙаҡламай улар , Роза Люксембург менән бергә социал-демократик партияның етәкселегенә ҡаршы көрәш башлай. 1914 йылдың 2 декабрендә Либкнехт рейхстагта бер үҙе һуғыш кредиттарына ҡаршы тауыш бирә. Рейхстаг рәйесе исеменә яҙған белдереүендә ул донъя һуғышын ғәҙел булмаған,баҫып алыу һуғышы тип атай, уның был хаты йәшерен листовкалар рәүешендә таратыла. 1915 йылдың 2 февралендә уны социал-демократтарҙың рейхстагтағы фракцияһынан сығаралар.
 
== Иҫкәрмәләр ==