Рәимов Риф Мөхсин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
36 юл:
1937—1941 йылдарҙа һәм һуғыштан һуң ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем СССР Фәндәр Академияһының Тарих институтында эшләү дәүерендә Риф Рәимов Башҡортостан тарихын өйрәнеү менән әүҙем һәм эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә. Кәрәкле документтар табыу маҡсатында Мәскәү архивтарында даими эшләй. Ғилми эшмәкәрлеге башланғанда ул Волга буйында һәм Башҡортостанда 1905 йылғы Беренсе рус революцияһы осорондағы ваҡиғаларҙы фәнни күҙлектән ныҡлап өйрәнә һәм нәҡ ошо темаға 1938 йылдың декабрендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
 
Ғалимдең уның нигеҙендә рус телендә яҙылған «1905 год в Башкирии: революционное движение в 1905—1907 гг.» исемле тәүге тарихи хеҙмәте 1941 йылда СССР Фәндәр Академияһы нәшриәтендә баҫыла. Бөгөнгө көндә был китаптың электрон вариантын «Рәсәйҙең ғилми мираҫы» тип исемләнгән Электрон китапханала табырға була. Тарихсы шулай уҡ [[башҡорт]] полктарының [[Ватан һуғышы (1812)|1812 йылғы Ватан һуғышында]] ҡатнашыуын да тәүсығанаҡтарға таянып тикшерә. Йыйылған материалдарын, «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы» исемле күләмле монография итеп, Риф Рәимов 1943 йылда Өфөлә [[Башҡортостан дәүләт нәшриәте]]ндә рус һәм башҡорт телдәрендә донъяға сығара. Совет халҡының немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алып барған ҡаты һуғыш көндәрендә баҫылған был китап республика халҡының патриотик һәм хәрби рухын артабан күтәреүгә ҙур өлөш индерә. Илебеҙгә тыныс көндәр килгәс, тарихсы тыуған Башҡортостанына арналған тикшеренеүҙәрен артабан дауам итә. Уның 1950 йылда яҡлаған докторлыҡ диссертацияһына нигеҙ булған эҙләнеүҙәре «Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики» тигән күләмле китапҡа әүерелә. 1917—1922 йылдарҙағы Башҡортостан тормошон сағылдырған был монография 1952 йылда [[СССР]] Фәндәр Академияһыакадемияһы нәшриәтендә баҫылып сыға. Артабанғы быуын һәм бөгөнгө көн тарихсылары был әһәмиәтле хеҙмәткә йыш мөрәжәғәт итә.
 
== Баҫылған хеҙмәттәре ==