Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
}}
 
'''Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы''' ([[4 апрель]] [[1957 йыл]]) — офтальмолог, юғары категориялы табип. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһыакадемияһы Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты директоры. Рәсәй Федерацияһының (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған табибы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһыакадемияһы Президиумы ағзаһы.
 
== Биографияһы ==
30 юл:
1980 йылда [[Башҡорт дәүләт медицина институты]]н тамамлай. Уҡыған осорҙа, 1979—1980 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү станцияһында фельдшер булып эшләй.
 
1980—1985 йылдарҙа [[Күмертау]] ҡалаһы дауаханаһында табип-ординатор, күҙ ауырыуҙары бүлеге мөдире була. 1985 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының балаларҙың күреү һәләтен тергеҙеү хирургияһы бүлеге етәксеһе, 1998 йылдан — «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһыакадемияһы Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты» директорының иҡтисад һәм фәнни-производство эштәре буйынса урынбаҫары, 2006 йылдың ғинуарынан — институт директоры.
 
Мөхәррәм Бикбов [[1991 йыл]]да «Балаларҙа афакияны хирургик коррекциялауҙа эпикератофакия» тигән темаға кандидатлыҡ, ә [[1998 йыл]]да «Балаларҙың юғары дәрәжәле анизометропияһын коррекциялау» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.