Википедия:Ҡоролтай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
41 юл:
Клавитураның башҡорт ҡатламында Ё / ё хәрефе юҡ, шуға күрә күптәр рус хәрефтәре ҡатламына күсеп Ё / ё хәрәфен йыя һәм кире башҡорт ҡатламына күсә. Бик уңайһыҙ, ваҡытты алған, нервыны ҡабартҡан ысул. Ё / ё хәрефен йыйыуҙың ябайыраҡ ысулы бар: Alt төймәһенә баҫығыҙ һәм ысҡындырмайса 0168 һанын йыйығыҙ - курсор торған ерҙә Ё хәрефе яҙылыр, 0184 йыйһағыҙ - ё хәрефе яҙылыр. Шулай итеп хәтергә һалып ҡуйығыҙ: Alt+0168 - Ё , Alt+0184 - ё була. Барығыҙға ла уңыштар. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 18:49, 11 август 2019 (UTC)
* Рәхмәт! --[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Айсар|әңгәмә]]) 19:05, 11 август 2019 (UTC)
 
== Аудиомәҡәлә проекты ==
 
Википедияның 35 тел бүлегендә Аудиомәҡәлә проекты бар икән (РуВикилағы проект [[:ru:Проект:Аудиостатьи]]). Мәҡәләнең инеш өлөшөн (преамбула) йәки мәҡәләне тулыһынса уҡып аудио файлға яҙҙырталар, Викимилеккә тейәйҙәр һәм мәҡәләнең үҙендә аудиофайлға һылтанма ҡуялар. Әйтәйек әлеге ваҡытта рус Википедияһында [[:ru:Википедия:Список аудиостатей|66 тулы мәҡәлә, 113 мәҡәләнең инеш өлөшө]], әзербайжан телендә [[5 мәҡәлә]] тауышҡа яҙҙыртылған. Бәлки кемгәлер бындай эш оҡшар һәм йүнәлеште башҡорт телендә башлап ебәрер.