Ғафуров Марсель Абдрахман улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә →‎Ижади эшмәкәрлеге: clean up, replaced: фиҙаҡәр → фиҙакәр using AWB
35 юл:
Марсель Ғәфүровтың әҙәби ижадҡа ылығыуы уның [[Мораҡ (Күгәрсен районы)|Мораҡ]] педучилищеһында уҡыған осорға тура килә. Педагогия институтында ул шиғыр яҙыу менән әүҙем шөғөлләнә, уларҙың ҡайһы берҙәре уҙған ХХ быуаттың 50—се йылдары башында тәүҙә республика ваҡытлы матбуғатында — «Советская Башкирия» һәм «[[Ленинец]]» гәзиттәрендә гәзитендә, «Литературная Башкирия» альманахында, йәш һәм башлап яҙыусыларҙың «Молодые силы» йыйынтығында баҫыла, һуңыраҡ [[Мәскәү]]ҙә — «Литературная газета» һәм «Комсомольская правда» гәзиттәрендә донъя күрә. Хәрби хеҙмәттә булған йылдарында (1955—1958) йәш шағирҙың ижад емештәре [[СССР]] оборона министрлығы һәм Совет Армияһы һәм Хәрби Диңгеҙ флотының Баш сәйәси идаралығы (русса Главное политическое управление Советской Армии и Военно—Морского флота) органы булған «Красная звезда» гәзите һәм «Советский воин» журналы биттәрендә күп миллионлыҡ уҡыусыға тәҡдим ителә. Өлгөрөп еткән әҙиптең «Ранний снег» исемле беренсе шиғри йыйынтығы 1960 йылда [[Башҡортостан китап нәшриәте]] тарафынан нәшер ителә. Артабанғы ижад дәүерендә ул тиҫтәләгән шиғыр китаптары сығара.
 
Шиғриәт менән бер рәттән Марсель Ғәфүров проза һәм тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Үҙен башлыса журналистикаға арнап, күп йылдар республика гәзиттәрендә ҙур тырышлыҡ менән хеҙмәт итеү нәтижәһендә ул һәләтле һәм оҫта очерктар яҙыусы булып танылды. Ижадсы очерктарының төп геройҙары — республика халыҡ хужалығының күп төрлө тармаҡтарында фиҙаҡәрфиҙакәр эшләүсе хеҙмәт алдынғылары. Журналист сәнәғәт һәи иҡтисадтағы, ауыл хужалығындағы, фән һәм техника, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштар һәм мөһим ваҡиғалар тураһында үҙ ваҡытында уҡыусыларға матур телле һәм бай йөкмәткеле очерктары аша еткереп барҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәре республика әҙиптәренең иң яҡшы публицистик әҫәрҙәре һәм очерктары тупланған «…И никаких легенд» (1964) һәм «Звёзды дневного неба» (1979) тигән йыйынтыҡтарға индерелде. Авторҙың «Бухара—Урал» магистраль газ үткәргесен төҙөү барышы хаҡындағы көнүҙәк репортаждары һәм очерктары, [[Англия]], [[Бельгия]], [[Люксембург]], [[Югославия]], [[Венгрия]] һәм башҡа ҡайһы бер сит илдәр тураһындағы юл яҙмаларын уҡыусылар бигерәк тә ҡыҙыҡһынып уҡыны. Марсель Ғәфүровтың ул ваҡыттағы [[Германия|Германия Демократик Республикаһына]] барып ҡайтыу һөҙөмтәһендә яҙған «Сближение» очерктар йыйынтығы Башҡортостан халҡының заманындағы [[Германия|ГДР]]-ҙың [[Галле (Саксония-Анхальт)|Галле округы]] хеҙмәтсәндәре менән интернациональ дуҫлығын һәм күп яҡлы хеҙмәттәшлеген һүрәтләне. 1979 йылда [[Мәскәү]]ҙә нәшер ителгән был китап тиҙ арала элекке [[Советтар Союзы]]ның төрлө ҡитғаларына таралып бөттө.
 
Республиканың иң оҫта ҙәм танылған тәржемәселәренең береһе булараҡ Марсель Ғәфүров был өлкәлә лә һиҙелерлек хеҙмәт емештәре ҡалдырҙы.