Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up, replaced: Почет → Почёт using AWB
30 юл:
«Яҡтыға» трилогияһы — тарихи-революцион әҫәр. Өс китап-романдан тора: «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш». Ваҡиғалар төп героиня Гөлйемеш-Емеш исемле ҡыҙ тарафынан һөйләнелә.
Емештең әсәһе Сәғүрә үлеп ҡалғас, ҡыҙҙың ике апаһы — Бибеш, Йәнеш һәм ағаһы Иштуған өсөн яңы тормош, бер үк ваҡытта ауырлыҡтар башлана. Атаһы Байгилде күрше ауылдан Сәрбиямал исемле, үҙенең балалары булмаған уҫал, үҙ һүҙле ҡатынды балаларына үгәй әсәй итеп алып ҡайта. Сәрбиямал үҙе әсә булып ҡарамаған, был тойғоно татымаған кеше — балаларға артыҡ уҫал, талапсан була. Үҫмерлектән яңы сығып килгән Бибеште күрше ауылға оло ғына кешегә, Хөснөлхаҡҡа кейәүгә, уҫал ҡәйнә янына көсләп бирәләр. Өйҙә ҡалған өс балаға ла «көн» булмай. Аҙаҡ үгәй әсә, Байгилдене өгөтләп, ғаиләһе менән үҙ ауылына күсереп алып ҡайтыуға өлгәшә. Бына ошондағы кәмһетелеүҙәр (бигерәк тә, бай балалары тарафынан), «килмешәк» тип атауҙарын кескәй Емеш ауыр кисерә һәм беренсе китаптың да исемен тап «Кәмһетелгәндәр» тип аталыуы осраҡлы түгел. Бында шулай уҡ үгәй әсәнең Әхмәтша исемле ҡомһоҙ бер бай менән атаһына хыянат итеүе, Иштуғандың Айһылыу исемле ҡыҙҙы урлап китеүен, апаһы Йәнеш менән Сәрбиямал тарафынан ҡыйырһытылыуҙары хаҡында ла һүҙ бара.
 
 
Икенсе китап «Оло Эйек буйында» — был Емештәрҙең йәшәгән ауылы, исеменән үк күренеүенсә Оло Эйек исемле йылға буйында йәшәүҙәре хаҡында һүҙ бара. Китаптың башында уҡ, аҡтар тарафынан Йәнешкә снаряд ярсығы тейеп үлә, атаһы ла үлеп ҡала. Уларҙың артынса уҡ ағаһы менән еңгәһе Ҡыҙыл армияһы сафында ҡайтып төшәләр һәм Емеш Бибештәрҙә ваҡытлыса йәшәй башлай. Апаһы менән йәшәгән осорҙа Емеш ҡоҙағыйы Таибә әбейҙең оло йөрәкле, ҡыйыу, тормош ауырлыҡтарына баҙап ҡалмаған, уңған кеше-әсә икәнен аңлай.
Юл 45 ⟶ 44:
== Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре==
* [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]]
* БАССР Юғары Советы Президиумының ПочетПочёт Грамотаһы.
* өс [[«Почёт Билдәһе» ордены]].
* Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (1990).
Юл 89 ⟶ 88:
{{навигация}}
{{библиоинформация}}
 
 
<!-- [[Категория:Башҡорт яҙыусылары]]