Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
56 юл:
1957 йылда [[Өфө]]лә тәүге шәхси күргәҙмәһе уҙғарыла. 1957—1998 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй һәм республика әһәмиәтендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
 
1966 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелә. 1970 йылда РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының ПочетПочёт грамотаһы менән тәбрикләнә. 1971 йылда «Ауылда байрам. 1930-сы йылдар» картинаһы өсөн СССР Художество академияһы дипломы менән бүләкләнә.
 
1976 йылда [[Франция]]ға ижади сәфәр яһай. [[Мәскәү]]ҙә шәхси күргәҙмәһе була. 1977 йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының ПочетПочёт грамотаһы менән бүләкләнә. 1978 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ була. Өфө, Магнитогорск, Ҡазан ҡалаларында күргәҙмәләре эшләй.
 
1982 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеме, шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ының [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] бирелә.
 
1987 йылда юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының ПочетПочёт грамотаһы менән бүләкләнә.
[[Файл:Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы йәшәгән йортта таҡтаташ.jpg|мини|слева|Әхмәт Лотфуллин йәшәгән йортҡа ҡуйылған таҡтаташ]]
 
1988 йылда СССР Художество академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1989 йылда «СССР халыҡ рәссамы» исеменә лайыҡ була.
 
1992 йылда [[Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы]]ның почетлыПочётлы ағзаһы итеп һайлана. 1997 йылда Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 1998 йылда Өфөнөң [[М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы]]нда шәхси күргәҙмәһе ойошторола.
 
2007 йылдың 10 июлендә Өфөлә вафат була.