Аҡһаҡ Тимер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
70 юл:
Алтын Урҙа тәхетенә ултырыу менән Туҡтамыш үҙенсә идара итергә күнегеп китә һәм Аҡһаҡ Тимерҙең дошманына әүерелә. Көс һынашырға тура киләсәген һәр кеме аңлай. Һуғыштың беренсе билдәләре 1385 йылда Әзербайжан тирәләрендә күренә башлай: Аҡһаҡ Тимерҙе ундағы байлыҡ йәлеп итә, ләкин ул дошманында ғәскәр ишлерәк икәнде абайлап ала, һуғышырға баҙмай. Көс һынашыу 1388 йылда Күк Урҙаның көнсығыш сигендә булып ала, тик бер генә яҡҡа ла файҙа килтермәй. Хәрәзем халҡының Туҡтамышҡа ярҙам иткәнен күреп, Аҡһаҡ Тимер тамам ҡотора һәм боронғо мәҙәниәт үҙәге булған Үргәнесте (Ургенч) таларға, емерергә бойороҡ бирә.
 
Туҡтамыш менән Аҡһаҡ Тимер араһындағы [[Ҡондорса буйындағы яу|бик ҙур һуғыш]] 1391 йылдың 18 июнендә Алтын Урҙаның үҙәгендә - Иҙелдең һул яғындағы [[Ҡондорса буйындағы яу| Ҡондорса йылғаһы]] йылғаһы буйында (хәҙерге [[ Һамар өлкәһе]]ндә) була. Ғәскәрҙәр тигеҙ тиерлек - һәр яҡтан да 200 меңләп кеше ҡатнаша. Баштараҡ Туҡтамыш еңер, дошман ғәскәрен солғап алып тар-мар килтерер кеүек тойола. Әммә Аҡһаҡ Тимерҙең һуғышты яңыса алып барыуы, талантлы полководец булыуы еңеүгә килтерә. Өҫтәүенә, Туҡтамыштың ҡайһы бер ғәскәр башлыҡтары хыянат итә - дошман яғына сыға. Тарихи сығанаҡтар мәғлүм иткәнсә, Туҡтамыштың ярты ғәскәре тиерлек һуғыш яланында ятып ҡала. Аҡһаҡ Тимер ҙә күп кешеһен юғалта, шуға күрә, һуғыш яланында еңеүгә ирешһә дә, Һарайға барып етмәй, көнбайышҡа яу сапмай, арыу уҡ трофей ҡулға төшөрөп һәм шаҡтай күп дошман һуғышсыһын әсир итеп, Сәмәрҡәндкә ҡайтып китә.
 
Ләкин бындай оло юғалтыуҙарҙан һуң да Туҡтамыш яңынан көслө ғәскәр туплай ала. Тағы дүрт йылдан һуң, 1395 йылдың 15 апрелендә, Төньяҡ Кавказдың [[Терек]] йылғаһы буйында дошмандар тағы бер ҡат осраша. [[Ҡондорса буйындағы яу| Ҡондорса йылғаһы ]] буйындағы һымаҡ, баштараҡ Туҡтамыш ғәскәре оҫта ғына һуғыша, әммә дошман ғәскәренә аҙағына тиклем ҡаршы тора алмайҙар - еңеләләр. Шунан Туҡтамыш төньяҡҡа, Болғар яғына ҡаса. Уны эҙәрлекләп килеп, Аҡһаҡ Тимер күптәнге хыялын тормошҡа ашыра - Алтын Урҙаның баш ҡалаһы Һарай-Бәркәне, тағы ла күп кенә мөһим ҡалаларын онтай-онтай Ҡырымға тиклем барып етә. Һарай-Бәркә, Гөлөстан, Үкәк, Бәлйәмин, Мажар кеүек ҡалаларҙы тамам ҡырып ташлай, ер менән тигеҙләй.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡһаҡ_Тимер» битенән алынған