Ҡаһирә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
70 юл:
[[Рәсем:Cairo, evening view from the Tower of Cairo, Egypt, Oct 2004.jpg|справа|thumb|300px| [[2004]] йыл. Ҡәһирә телеүҙәге башынан фотоһүрәт]]
'''Ҡаһирә''' ({{lang-ar|القاهرة‎‎}}, «Еңелмәҫ») — [[Мысыр]]ҙың баш ҡалаһы, [[Африка]]лағы һәм ғәрәп илдәрендәге иң ҙур ҡала. Халыҡ һаны: ҡалала 8 026 454, агломерацияhында 17 856 000 кеше йәшәй ([[2009 йыл]]).
 
== Географияһы ==
 
Ҡаһирә Мысырҙың төньяҡ өлөшөндә Нил йылғаһының сүлдәге үҙәндән килеп сығып, тармаҡланған урындың төньяғындағы ике ярында тора. Көньяҡ-көнбайышта, Ҡаһирә Гиза менән ҡушыла.
 
Иҫке Ҡаһирә йылғаһының көнсығыш ярында урынлашҡан. Был яғы уның бик күп төрлө: быуаттар дауамында тырым-тыраҡай төҙөлөп барған, урамдары тар һәм бхалыҡ тығыҙ ултырған. Хәҙерге Ҡаһирәнең көнбайыш өлөшөндә башлыса хөкүмәт биналары, заманса архитектура ҡоролмалары булһа, көнсығыш өлөшөндә иһә йөҙҙәрсә иҫке мәсеттәр, шулай уҡ төп ориентир булып торған боронғо башня урынлашҡан.
 
Ҡала көнбайышҡа табан Нил йылғаһы буйындағы ауыл хужалығы ерҙәрен биләп, үҫә бара. XIX быуат уртаһында уҡ Мысыр хакимы Исмәғил Паша көнбайыш райондарҙа Париж өлгөһө буйынса төҙөлөштәр ойошторған булған. Бында киң бульварҙар һәм сағыштырмаса ҙур булмаған бер нисә парк бар.
 
Ҡаһирә эсендә Нил уртаһында Рода утрауы ята, унда илдең боронғо иҫке мосолман биналары, Маниал һарайы, Нил үлсәүе, Ҡаһирә университетының госпитале һәм Ғәзирә (Зәмәлек) тымыҡ йәшел утрауы урынлашҡан. Бында бай шәхси виллалар, күп илселектәр һәм сит ил компанияларының вәкиллектәре, хәҙерге заман ҡаралтылары һәм бер нисә биш йондоҙло ҡунаҡхана бар.
 
== Тарих ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡаһирә» битенән алынған