Башҡорт АССР-ы Юғары Советы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
52 юл:
 
== Башҡорт АССР-ы Юғары Советы ==
 
[[Файл:Govenmenthous2012Ufa.jpg|thumb|Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Йорто]]
БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһына ярашлы БАССР-ҙың Юғары Советы дәүләт власының иң юғары органы була һәм республика менән идара итеүгә ҡағылышлы СССР Конституцияһы, РСФСР Конституцияһы, Башҡорт АССР-ы Конституцияһы ҡуйған бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү хоҡуғына эйә була. Башҡорт АССР-ы Конституцияһын ҡабул итеү,уға үҙгәрештәр индереү, Башҡорт АССР-ының дәүләт иҡтисади һәм социаль үҫеш планын һәм дәүләт бюджетын, уларҙың үтәлеше тураһында отчетын раҫлау, үҙе ҡарамағындағы органдарҙы булдырыу Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан тормошҡа ашырыла. Башҡорт АССР-ы закондары шулай уҡ Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан ҡабул ителә.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы халыҡ һаны тигеҙ булған һайлау округтары буйынса һайланған 280 депутаттан тора.