Технология: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
 
Технология сағыштырмаса яңы, күп ҡырлы термин булып тора, был төшөнсәнең мәғәнәһе даими үҫештә булғанға уға аныҡ ҡына билдәләмә биреү ҙә еңел түгел. XX быуат башына «технология» термины ҡоралдар һәм машиналар, шулай уҡ уларға ҡағылышлы саралар, процестар һәм фекерҙәр йыйылмаһын да үҙ эсенә ала. Быуат уртаһына төшөнсәгә «кеше үҙе йәшәгән мөхитте үҙгәртеү йә ҡулайлаштырыу өсөн ҡулланған саралар йәки эшмәкәрлек йыйылмаһы» тигән билдәләмә бирелә<ref name="Britannica_History">[http://www.britannica.com/technology/history-of-technology History of technology] // Encyclopædia Britannica. Encyclopædia Britannica Online. Encyclopædia Britannica Inc., 2016. Web. 08 янв. 2016</ref>.
 
== «Технология» төшөнсәһенә аңлатмалар ==
И. Т. Фролов редакцияһындағы һүҙлек ошондай төшөнсә бирә: «технология артефакттарҙың, етештереү операцияларының һәм процесстарының, ресурс сығанаҡтарының, мәғлүмәттең социаль системаларының, идара итеүҙең, финанслауҙың һәм башҡа технологиялар менән бәйләнештәрҙең ҡатлаулы үҫеш кисерә торған системаһынан ғибәрәт»<ref>Философский словарь / под ред. И. Т. Фролова. — 7 изд., перераб. и доп. — М.: Республика, 2001. — 719 с.</ref>.
 
"Collins» тигән мәғәнәүи социологик һүҙлек ошондай аңлатма бирә: «Технология — етештереү эшсәнлегендә белемде һәм ғәмәли алымдарҙы ҡулланыу»<ref>Джери Д., Джери Дж. Большой толковый социологический словарь. В 2-х томах. Том 2. (П-Я): Пер. с англ. Н. Н. Марчук. — М.: Вече, ACT, 1999. — 528 с.</ref> .
 
Ушаковтың 1940 йылғы аңлатмалы һүҙлеге «Технология — теге йәки был сималды фабрикатҡа еткәнсе эшкәртеү ысулы, әҙер продукция, эшкәртеү процесстары тураһында йыйылмалар» тигән төшәнсә бирә<ref>''Ушаков Д. Н., Волин Б. М.'' Толковый словарь русского языка. В четырёх томах. Том 4. — М.: ГИНС, 1940. — 1500 с.</ref>.
 
Ожегов һүҙлеге «етештереү ысулдарының һәм процесстарының билдәле бер тармаҡта йыйылмаһы, шулай уҡ етештереү алымдарының фәнни тасүирламаһы» тип аңлата<ref>''Ожегов С. И., Шведова Н. Ю.'' Толковый словарь русского языка. — М.: «Азъ Ltd.», 1992, — 960 с.</ref>.
 
 
 
== Тарихы ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Технология» битенән алынған