Ҡара Яҡуп: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
34 юл:
 
== Ҡара Яҡуп янындағы археология ҡомартҡылары ==
 
'''Ҡараяҡуп ҡаласығы'''
Ҡараяҡуп ҡаласығы — [[Ҡараяҡуп мәҙәниәте]] археологик ҡомартҡыһы. Ҡайһы бер ғалимдар был, 8—9 быуаттарҙа, Көнбайыш Себерҙән был яҡтарға күсеп килгән, бер аҙҙан көнбайышҡа күсеп киткән [[уғыр]] (мадьяр) ырыуҙары мәҙәниәте ҡомартҡыһы, тип иҫәпләй. [[Шишмә районы]] [[Ҡара Яҡуп]] ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
 
[[1952 йыл]]да И. А. Талицкая тарафынан асыла, [[1962]] һәм [[1967 йыл]]да уны [[БДУ]] экспедицияһы (етәксеһе Г. И. Матвеева) өйрәнә. Майҙаны 2300 м2, 568 м2 ҡаҙылған. Ҡаласыҡ 2 тупраҡ ур (киңлеге 4 м, бейеклеге 1 м) һәм соҡорҙар менән нығытылған. Эске ур таш нигеҙгә ҡоролған, тыштан — таш, өҫтән — текә ҡойма, тышҡы соҡорҙоң яҡтары ситән менән нығытылған булған.
 
Табылған керамика тура йәки тышҡа ҡарай бөгөлгән муйынлы, муйыны тирәләй кәкерсәктәр, ҡыя селтәр, бәләкәй генә соҡорло һәм ҡабарынҡы биҙәк баҫылған, ауыҙы тирәләй һырҙар менән биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡаласыҡта баҡыр таралғы һәм бил ҡайыштарын биҙәү тәңкәләре, балсыҡтан эшләнгән сүмес һәм орсоҡбаш, тимер бысаҡ, балыҡ ҡармаҡтары, ҡалаҡ яһау ҡоралы, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, тирмән таштары, хайуан һөйәктәре, шулай уҡ бойҙай бөртөктәре табылған. Халҡы малсылыҡ, игенселек, балыҡсылыҡ, һөйәктән әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгән. Был материалдар Өфөнөң Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡара_Яҡуп» битенән алынған