Палеонтология: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
42 юл:
Организмдарҙың ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары борондан билдәле булған. Улар тураһында мәғлүмәттәр Ксенофан, [[Геродот]], [[Аристотель]] кеүек антик натуралистарҙың хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырылған.
 
Ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары артабан өйрәнеү Яңырыу осоронда [[Леонардо да Винчи]], Джироламо Фракасторо , Бернар Палисси, Георгий Агрикола һәм башҡа тикшеренеүселәр тарафынан дауам ителә.
 
Әммә был ҡалдыҡтарҙың боронғо юҡҡа сыҡҡан боронғо организмдарҙыҡы булыуы тураһында төшөнсә һуңғараҡ барлыҡҡа килә. Башлап, был турала фекер Дания натуралисы Николаус Стено һәм инглиз '''тәбиғәт фәндәре''' белгесе Роберт Гук тарафынан әйтелә булһа кәрәк.
 
Ғилми дисциплина булараҡ палеонтология фәненә нигеҙ һалыусы тип Жорж Кювье һанала. Палеоботаниканың барлыҡҡа килеүен Адольф Броньяр исеме менән бәйләйҙәр . Жан БатистЛамаркБатист Ламарк беренсе эволюция теорияһын төҙөй.
 
Палеонтология өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙә Карл Рулье хеҙмәттәре айырым урын биләй.