Салауат Юлаев (хоккей клубы): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
м
107 юл:
Үткән миҙгел тамамланғас уҡ команданан баш тренеры Игорь Захаркин, уның ярҙамсылары Кирилл Кореньков һәм Анатолий Борщевский китә. 2017 йылдың 24 мартында яңы баш тренер итеп Финляндия белгесе [[Эркка Вестерлунд]] ҡуйыла<ref>[http://hcsalavat.ru/news/salavat-yulaev/erkka-vesterlund-naznachen-glavnym-trenerom/ Эркка Вестерлунд назначен главным тренером]</ref>. Ул команданың тарихында тәүге сит ил тренеры була. Шулай уҡ командаға өсөнсөгә Илья Зубов, клуб тарихында тәүге [[Дания]] иленән уйынсы [[Филип Ларсен]], 2016 йылда Юниорҙар йәрминкәһендә һайланған Доминик Кубалик, «Себер» хоккей клубынан Йоонас Кемппайнен, Түбәнге Новгородтан [[Осипов Максим Ильич|Максим Осипов]], [[Кареев Андрей Андреевич|Андрей Кареев]] күсә. 2018 йылдың ғинуарында клуб етәкселеге генераль менеджер Леонид Вайсфельд менән контракты тамамлап ҡуялар<ref>[https://www.championat.com/hockey/news-3011567-salavat-julaev-rastorg-kontrakt-s-leonidom-vajsfeldom.html «Салават Юлаев» расторг контракт с Леонидом Вайсфельдом]</ref>. «Салауат Юлаев» 2010 йылдан алып тәүгегә [[Чернышёв дивизионы]]нда беренсе урынды яулай, ә Гагарин кубогында конференция ярымфиналына тиклем етә.
==== 2018/2019 — Николай Цулыгин Өфө тренеры ====
Үткән миҙгелдән һуң «Салауат Юлаев» етәкселеге Эркка Вестерлундҡа яңы контракт бирмәҫкә булы. Уның урынына баш тренер итеп «юлаевсы» [[Цулыгин Николай Леонидович|Николай Цулыгин]] тәғәйенләнә. «Салауат Юлаев» составын ҡапҡасы Юха Метсола, һаҡсылар Сергей Терещенко, Артем Сергеев, һөжүмселәр Владимир Жарков, Александр Кадейкин, Дмитрий Кугрышев, Вячеслав Основин һәм Петр Хохряков тулыландыра. Миҙгел барышында команданың генераль директоры итеп Александр Курносов ҡуйыла, ә спорт директоры вазифаһында Роман Беляевты Василий Чижов алмаштыра<ref>[https://hcsalavat.ru/news/vasilij-chizhov-naznachen-sportivnym-direktorom-hk-salavat-yulaev/ Василий Чижов назначен спортивным директором ХК «Салават Юлаев»]</ref>. Уйынсылар араһында үҙгәрештәр була: Артем Федоров урынына икенсе тапҡыр Өфөгә Никита Филатов килә, ә Вячеслав Основинды Александр Бурмистров алмаштыра. Ярославлгә киткән Максим Осипов урынын Павел Коледов яулай, шулай уҡ Алексей Семёнов һәм Максим Рыбин команда составын тулыландыра. Гагарин кубогы өсөн плей-оффында «Металлург» (4-2 серияла иҫәп) һәм «Автомобилист» (4-1) хоккей клубтарын үтә, 2011 йылдан бирле лигала иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә һәм КХЛ бронза миҙалдарын яулай.
==== 2019/2020 ====
Команданың төп ҡапҡасыһы Юха Метсола менән өс йылға контракт төҙөлә, ә клубҡа Михаил Пашнин, Евгений Лисовец, Сакари Маннинен, Владислав Картаев һәм Никита Сошников. Өфө менән килешеүҙәр ваҡыты Йоонас Кемппайненда, Владимир Ткачевта һәм Антон Бурдасовта тамамлана.
 
== Сығыш яһауҙар тарихы ==