Флоренция: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
24 юл:
XIII быуатта коммуна гвельфтар һәм гибеллиндар араһындағы низағҡа йәлеп ителә. Әммә был хәл ҡаланың сәскә атыуына ҡамасауламай. 1252 йылда Флоренция үҙенең алтын тәңкәһен әйләнешкә индерә, флорин Европала тотороҡло тәңкәләрҙең береһенә әйләнә. Ҡала иҡтисады инглиз йөнөнән туҡыма етештереүгә ҡорола. 1340-сы йылдарҙа ҡалала яҡынса 80 000 кеше йәшәй, әммә чума эпидемияһы уны ҡырҡа кәметә.
 
Флоренцияла тыуған [[Данте Алигьери]] үҙенең XIV быуат башында яҙған «Илаһи комедия»һында һөйләү теленә шундай дәрәжә һәм үҙенсәлек бирә, хатта һуңынан (Петрарка һәм Декамерон өлгөләре менән бер рәттән) тәүҙә әҙәби итальян теленең нигеҙенә, аҙаҡ һөйләү теленә әйләнә; шулай итеп, тоскан диалекты италиян теленең нигеҙен тәшкил итә.
 
 
 
[[Данте Алигьери|Флоренцияла тыуған Данте Алигьери]] үҙенең XIV быуат башында яҙған «Божественная комедия»һында һөйләү теленә шундай дәрәжә һәм үҙенсәлек бирә,
 
хатта һуңынан (Петрарка һәм Декамерон өлгөләре менән бер рәттән) тәүҙә әҙәби итальян теленең нигеҙенә, аҙаҡ һөйләү теленә әйләнә; шулай итеп, тоскан диалекты италиян теленең нигеҙен тәшкил итә.
[[Файл:Hanging_and_burning_of_Girolamo_Savonarola_in_Florence.jpg|слева|мини|1498 йылда Савонароланы яндырыу.]]
XIV быуат архитектурала готика стиле һәм әҙәбиәттә Джованни Боккаччоның <nowiki><a href="./Декамерон" rel="mw:WikiLink" data-linkid="236" data-cx="{&amp;quot;adapted&amp;quot;:false,&amp;quot;sourceTitle&amp;quot;:{&amp;quot;title&amp;quot;:&amp;quot;Декамерон&amp;quot;,&amp;quot;pagelanguage&amp;quot;:&amp;quot;ru&amp;quot;,&amp;quot;thumbnail&amp;quot;:{&amp;quot;source&amp;quot;:&amp;quot;https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/00/Boccaccio_-_Decameron%2C_MCCCCLXXXXII_ad_di_XX_de_giugno_-_3852856_Scan00015.tif/lossy-page1-53px-Boccaccio_-_Decameron%2C_MCCCCLXXXXII_ad_di_XX_de_giugno_-_3852856_Scan00015.tif.jpg&amp;quot;,&amp;quot;width&amp;quot;:53,&amp;quot;height&amp;quot;:80},&amp;quot;description&amp;quot;:&amp;quot;собрание ста новелл итальянского писателя Джованни Боккаччо, одна из самых знаменитых книг раннего итальянского Ренессанса&amp;quot;}}" class="cx-link" id="mwTw" title="Декамерон">«Декамерон»ы</a></nowiki> эгидаһы аҫтында үтә. 1348 йылдағы ҡот осҡос чума, оло фажиғәгә әйләнеп, меңәрләгән кешенең ғүмерен өҙә ("Декамерон"дың йөҙ [[Хикәйә|новеллаһында]] һүҙ шул афәт тураһында бара)
 
1434 йылда Медичи династияһы власҡа килә. Козимо Медичи аҡыллы хаким була, меценат һәм сәнғәтте, рәссамдарҙы ҡурсалаусы булараҡ дан ҡаҙана. Ул идара иткән дәүерҙә Флоренция сәнғәт баш ҡалаһына әйләнә, ә Флоренцияның күтәрелеш һәм сөскә атыу осорон уның исеме һәм олатаһының эшен дауам иткән ейәне Лоренцоның (Великолепный) исеме менән бәйләйҙәр. Козимо Италияның төрлө тарафтарынан иң яҡшы рәссамдар, скульпторҙар, архитекторҙар, яҙыусы һәм философтарҙы саҡыра. Ул ижад дәрестәрен дәртләндерә, сәнғәт мәктәптәрен, академиялар, оҫтаханалар төҙөүгә һәм уларҙы үҫтереүгә ғәйәт күп аҡса тотона. Рәхмәт йөҙөнән вариҫтары Козимо Медичины «Pater Patriae» (Ватан Атаһы) тип атай. Козимо заказдары буйынса иң яҡшы рәссамдар меңләгән шедевр яҙып ҡалдыра. Ейәне, киләсәктә Флоренцияның хакимы буласаҡ [[Лоренцо (Великолепныйға)Медичи|Күркәм Лоренцо]] философ, гуманист, тәржемәсе, астролог, үҙ заманының күренекле аҡыл эйәһе булған Марсилио Фичиноны йорт уҡытыусыһы итеп тәғәйенләй. [[Яңырыу]] дәүерендә гуманистик фекер тарихында булған хәл иткес боролош тап ошо кеше исеме менән бәйле була.
 
1462 йылда Медичи Фичиноға Кареджилағы йортон (ере һәм ҡаралтылары менән бергә), шулай уҡ [[Платон]] һәм ҡайһы бер башҡа боронғо авторҙар әҫәрҙәренең грек телендәге ҡулъяҙмаларын бүләк итә. Шул ваҡытта Фичино тирәләй [[неоплатонизм]] идеялары янған фекерҙәштәр төркөмө — үҙенсәлекле ғалимдар берлеге хасил була, артабан ул Платон академияһы тип аталып киң танылыу ала. Академия өс тиҫтә йылдан ашыу Европаның мөһим интеллектуаль үҙәгенең береһе була. Уның составына төрлө ҡатлам һәм төрлө һөнәр кешеләре — аристократтар, дипломаттар, сауҙагәрҙәр, чиновниктар, руханиҙар, табиптар, университет профессорҙары, гуманистар, дин белгестәре, шағирҙар, рәссамдар, сәнғәт кешеләре инә. Марсилио Фичинонан тыш ул дәүерҙең күп кенә танылған кешеләре — [[Микеланджело|Микеланджело Буонаротти]], Сандро Ботичелли, Лоренцо (ВеликолепныйКүркәм) Медичи, Пико делла Мирандола, Анджело Полициано һәм башҡалар Академия ағзалары була. Диспутта ҡатнашыу. Кареджи виллаһындағы Академияла ҡатнашыусыларҙың диспуттары үтә.
 
Осрашыуҙарҙа ҡатнашыу өсөн һүҙгә, философияға, Хоҙайға, кешеләргә, бер-береңә ҡарата һөйөүҙең булыуы төп критерий була. Ниндәйҙер сәйер шарттар арҡаһында, бер үк ваҡытта, бер үк урында — ҙур булмаған Флоренция тигән ҡалала тыуған һәм осрашҡан был бөйөк кешеләрҙе Мөхәббәт тигән бөйөк төшөнсә берләштерә. Тирәһендәге ауылдарҙағылар менән бергә иҫәпләгәндә ул саҡта Флоренцияла утыҙ меңләп кенә кеше йәшәй, ләкин шул мәлдә ул Европа мәҙәниәтенең үҙәге, художестволы ижадтың үҙенсәлекле тупланмаһы була. Һәм Платон академияһы уның рухи үҙәгенә, артабан Яңырыуҙың да рухи үҙәгенә әйләнә. Академиянан яңы алдынғы идеялар киң донъяға сыға, университеттарға барып инә, бөтә Италия буйлап тарала, шунан инде, яңы дәүер килеүен раҫлап, бөтә Европаны ялмап ала, хәҙер беҙ уны «[[Яңырыу]]<nowiki/>» тип атайбыҙ. Шуға ла Флоренцияны «Яңырыу бишеге», ә Марисилио Фичиноны — уның шишмә башында торған шәхес тип атайҙар. Лоренцо Медичи, Козимоның ейәне, ҡартатайының бөтә башланғыстарын да дауам итә, шулай уҡ гуманистик идеялар, философия, әҙәбиәт, фән һәм сәнғәттең үҫешен үҙ ҡурсыуына ала.
 
Әммә Медичиларҙың хакимлыҡ итеүе оҙаҡҡа һуҙылмай, быуат аҙағында, Лоренцо вафатынан һуң, халыҡ уларҙы ҡыуа һәм Флоренция республикаһын иғлан итә.
Юл 44 ⟶ 39:
1448 йыл ҡала тарихында иң фәжиғәле йылдарҙың береһе булып ҡала. Флоренцияла чума һәм аслыҡ халыҡты ҡыра, тарихта Флоренция епискобы Изге Антониндың халыҡҡа ярҙам итергә тырышыуы билдәле, ул сиргә ҡаршы торорлоҡ һәм иммунитетты күтәрә торған дарыуҙар әҙерлергә тырыша.
[[Файл:SanMiniatoAlMonte-Cimetiere.jpg|мини|300x300пкс|Сан-Миниатое-аль-Монте зыяраты. Флоренцияның күп кенә бөйөк шәхестәре ошонда ерләнгән..]]
Рисорджиментоның милли азатлыҡ көрәше алты йылға Флоренцияны,[[Турин]]д<nowiki/>ыды һәм Папа Өлкәһен һәм [[Рим]]ды берҙәм Италияға тулыһынса беркетеп, [[Италия|Италия короллегенең баш ҡалаһына]] (1865—1871 йылдар) — әйләндерә. Был осор һәм статус ҡаланың тышҡы к-ренешендә үҙ «эҙен» ҡалдыра: тарихи үҙәктең бер өлөшө («ҡаланың эсе») йәһүд геттоһы, баҙар һәм күп кенә бейек торлаҡ башнялары менән бергә емертелә.
 
[[Икенсе донъя һуғышы]] осорондағы бомбаға тотоуҙар ҡалаға ҙур зыян килтерә. Немец ғәскәрҙәре сигенгән саҡтарында Арно йылғаһы аша һалынған тарихи күперҙәрҙе шартлата, тик Ҡаршылыҡ хәрәкәте яугирҙары тырышлығы менән генә Понте Веккьо күпере һаҡланып ҡала.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Флоренция» битенән алынған