Кареев Андрей Андреевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
48 юл:
24 майҙа КХЛ директорҙар кәңәшмәһендә «Металлург» хоккей клубы КХЛ составынан сығарыла. Шуға күрә клуб етәкселеге уйынсыларға киләсәген үҙҙәренә һайларға тәҡдим итә. 1 июндә Андрейҙы «Салауат Юлаев» хоккей клубы ҡапҡасы [[Литвинов Андрей Витальевич|Андрей Литвиновҡа]] һәм аҡсалата компенсация өсөн алмаштырып ала<ref>[http://hcsalavat.ru/news/salavat-yulaev/andrey-kareev-perekhodit-v-salavat-yulaev-/ Андрей Кареев переходит в «Салават Юлаев»!]</ref>. Команданың генераль менеджеры Леонид Вайсфельд, Кареевтың контракты өс йылға эшләнгән, тип иғлан итә<ref>[https://www.sports.ru/hockey/1051780381.html Леонид Вайсфельд: «Контракт с Кареевым рассчитан на три года»]</ref>. «Салауат Юлаев» өсөн тәүге рәсми уйынын Андрей 28 августа «Куньлунь Ред Стар» командаһына ҡаршы уҙғара, шунда ул ике гол үткәрә, ә командаһы еңелә. Миҙгелдең башында Кареев 10 уйында ғына тәүге еңеүен яулай, башҡаларында бөтөнләй еңелеү була ине. Шунан ул рәттән дүрт еңеү яулай һәм 2017 йылдың һуңғы аҙнаһының иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла<ref>[https://www.khl.ru/news/2017/12/31/374460.html 2017 йылдың һуңғы аҙнаһының иң яҡшы уйынсылары]</ref>. Был миҙгелдә барыһы Андрей 21 уйында ҡатнаша, ә «Салауат Юлаев» 2010 йылдан алып тәүгегә дивизионда беренсе урынды яулай һәм Гагарин кубогында конференция ярымфиналына тиклем етә.
 
2018/2019 йылдар миҙгелендә Андрей 17 осрашыуҙа ҡатнаша һәм уға һуғылған 92.6% һуғыуҙарҙы ҡапҡаға үткәрмәй. «Салауат Юлаев» конференция финалына етә һәм бронза миҙалдарҙы яулай. Шулай уҡ «Торос» өсөн биш уйын уҙғара, уларҙа уртаса бер гол үткәрә һәм 95% һуғыуҙарҙы уңышлы тота. Юғары хоккей лигаһының даими миҙгелендә 19-сы аҙнала иң яҡшы ҡапҡасы исемен ала.
 
=== Рәсәй йыйылма командаһында ===