Каруанһарай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
42 юл:
'''Каруанһарай''' — [[Ырымбур]] ҡалаһындағы [[архитектура]] ҡомартҡыһы. Уны [[XIX]] быуатта Ырымбурҙа булған һәр кем ҡалаға үҙенсәлекле йәм биреп торған архитектура ҡомартҡыһы тип иҫкә ала<ref>[http://oldorenburg.ru/#30 Иске Ырымбур]</ref>.
 
«Мин [[Һаҡмар (йылға)|Һаҡмар]] аша сыҡҡан ваҡытта ҡояш яңы ғына байыған ине, алыҫта иң беренсе булып иҫ киткес манараһы менән ал төҫтәге мәсет күренде. Был Брюллов рәсемдәре буйынса төҙөлгән Каруанһарай», — тип яҙа 1847 йылда Ырымбурҙа һөргөндә булған [[Шевченко Тарас Григорьевич|Т. Г. Шевченко]]. [[Философия]] докторы Фёдор Базенер 1842 йылда [[Хива (ҡала)|ХивананХиуа]]нан Ырымбурға үтеп барышлай Каруанһарай тураһында «күҙҙең яуын алырлыҡ ҡарап туймаҫлыҡ гүзәл бина», тип яҙып ҡалдыра. [[Урта Азия]]нан ҡайтып барышлай [[1929]] йылда Ырымбурҙа булған А. В. Луначарский «Бик матур Каруанһарай, эсендә архитектур ҡомартҡыһы булғанға…», тип яҙа.
 
== Тарих ==
55 юл:
Каруанһарайҙың төп бинаһы [[1842]] йылда төҙөлөп бөтә. Мәсетте эске яҡтан биҙәү һәм [[манара]]ны тыштан йөҙләү эштәре күп ваҡытты ала.
 
[[1846]] йылдың [[30 август|30 авгусында]] Каруанһарайҙы асыу тантанаһы үткәрелә. Байрамға [[Башҡорт-мишәр ғәскәре]] командиры, Өфөнән мөфтөй, [[Кантон идараһы Башҡортостанда|кантон]] начальниктары, башҡа абруйлы ҡунаҡтар һәм ябай халыҡ саҡырыла. Ҡунаҡтарҙың береһе лә саҡырыуҙы инҡар итмәй килеп етәләр. Иртәнге сәғәт 9-ҙа хәрби ғәскәр разводҡа теҙелә, парад күрһәтелә. Башҡорт атлылары милли кейемдә, сукнонан тегелгән ҡыҙыл кафтанда булалар. Корпус командиры һәм башҡа урыҫ кешеләре [[сиркәү]]гә литургияға китәләр, ә ҡалған халыҡ намаҙ ваҡытын көтөп мәсет янына йыйыла. Бер сәғәттән корпус командиры килеп етә, мәсет алдында халыҡҡа үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерә. [[Мәҙин]] [[манара]]нан аҙан ишеттерә. Мәсет ишектәре асыла, [[мөфтимөфтий]] артынан халыҡ [[мәсет]]кә инә. Асыу тантанаһының рәсми өлөшө тамамлана. Һуңынан халыҡтың яратҡан тамашаһы — ат ярышы үткәрелә. Ярыш тамамланған урында байрамға килгән ҡунаҡтарға ҙур табын әҙерләнә, һый-хөрмәт күрһәтелә. Шунда уҡ халыҡтың тағы бер яратҡан тамашаһы — көрәш үткәрелә. Ярышта еңеүселәргә махсус бүләк әҙерләнә.
 
1921—1936 йылдарҙа Каруанһарай йортонда [[Ырымбур башҡорт педагогия техникумы]] эшләне.