Доткомдар ҡыуығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
1 юл:
 
{{Ук}}
'''Доткомдар ҡыуығы''' ({{lang-en|Dot-com bubble}}) — яҡынса [[1995]]- [[2001 йыл]]дарҙа йәшәгән иҡтисади ҡыуыҡ. Кульминацияһы [[2000 йыл]]дың [[10 март]]ында, һатыу-һатып алыуҙар барышында [[Nasdaq|NASDAQ]] индексы 5132,52 пунктҡа (көндөҙгө пик) етеп, ябылыу мәленә бер ярым тапҡырҙан ашыуға төшкән саҡта була.
 
Ҡыуыҡ интернет-компанияларҙың (башлыса Американыҡылар) акциялары ныҡ ҡиммәтләнеүе, шулай уҡ күп һанлы яңы [[интернет]]-компаниялар барлыҡҡа килеүе һәм иҫке компанияларҙың да [[XX быуат]] аҙағына интернет-бизнесҡа йүнәлеш тотоуы арҡаһында хасил була. Интернетты табыш алыу өсөн тәҡдим иткән компанияларҙың акциялары шашып ҡиммәтләнә. Был юғары хаҡтарҙы күп һанлы комментаторҙар һәм иҡтисадсылар аҡлай, «яңы иҡтисад» заманы килеүе тураһында тәҡрарлай. Ғәмәлдә был яңы бизнес-моделдәр һөҙөмтәһеҙ булып сыға, ә башлыса рекламаға һәм ҙур кредиттарға түгелгән аҡсалар банкротланыуҙар тулҡынына, NASDAQ индексының ныҡлы түбәнәйеүенә, сервер компьютерҙары хаҡтарының ишелеүенә килтерә<ref>[http://www.kommersant.ru/doc.aspx?docsid=855711 Статья «Пузырь NASDAQ» в газете «Коммерсантъ»], 28.02.2008</ref><ref name="autogenerated1">[http://lenta.ru/articles/2005/01/28/dotcom/ Lenta.ru: Комментарии: Увлекательный мир доткомовских мошенников]</ref>.