Электрон почта: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
32 юл:
 
==Тарихы==
 
Mail программаһының текст интерфейсы
 
Электрон хат, Д. Е. Мациевский, 2014
1965 йылда Массачусет технология институты (MIT) хеҙмәткәрҙәре Ноэль Моррис һәм Том Ван Влек IBM 7090/7094 компьютерҙарына урынлаштырылған CTSS (Compatible Time-Sharing System) операция системаһы өсөн mail программаһын яҙа. Шул датаны электрон почтаның барлыҡҡа килеү ваҡыты тип иҫәпләргә була.
 
Электрон почта ҡулланыусыларҙың күп кеше ҡулланған системаларҙа бәйләнешкә инеүе аша үҫешә. Ҡулланыусылар, mail программаһын (йәки уның эквивалентын) ҡулланып, бер мейнфрейм (ҙур компьютер) сиктәрендә бер-береһенә хәбәр ебәреү мөмкинлеген ала. Артабанғы аҙым — ҡулланыусыға хәбәрҙе икенсе машина аша ебәреү мөмкинлеге. Бының өсөн машинаның исеме һәм ҡулланыусының исеме күрһәтелә. Адрес foo!joe (ҡулланыусы joe foo компьютерында) рәүешендә яҙылырға мөмкин . Электрон почтаны булдырыуҙағы өсөнсө аҙым — хатты өсөнсө компьютер аша тапшырыу. UUCP ҡулланылған осраҡта ҡулланыусының адресы бер нисә аралашсы машиналармашина (мәҫәлән, gate1!gate2!foo!joe — joe-ға хат gate1, gate2 машинаһы аша foo машинаһына) аша ҡулланыусыға тиклемге маршрутты үҙ эсенә ала. Бындай адрестың етешһеҙлеге — хат яҙыусы (йәки ҡулланыусы эшләгән машина администраторы) адресаттың машинаһына тиклемге теүәл юлды белергә тейеш.
 
Бүлгеләнгән глобаль DNS исемдәр системаһы барлыҡҡа килгәндән һуң, адресты күрһәтеү өсөн домен исемдәре — user@example.com — ҡулланыла, ҡулланыусы user example.com машинаһында. «Машинала эшләү» төшөнсәһенә ҡайтанан төшөнөү менән бергә бара ул: почта өсөн бүленеп ҡуйылған серверҙар ҡулланыла башлай, ғәҙәти ҡулланыусылар уларға инә алмай, ә тик хакимдар ғына (администратор ғына) инеү мөмкинлегенә эйә, ә ҡулланыусы, йәғни файҙаланыусы үҙ машиналарында эшләй, почта ҡулланыусыларҙың машинаһына түгел, ә почта серверына килеп инә, шунан ҡулланыусылар үҙ почтаһындағы хәбәрҙе төрлө селтәр протоколдары аша (әлеге мәлдә киң таралғандары — POP3, IMAP, MAPI, веб-интерфейс) ала . DNS менән бер үк ваҡытта почта ташыу маршруттарын биләү системаһы уйлап табыла, ә почта адресындағы домен исеме, аныҡ компьютер исеме булыуҙан туҡтап, почта адресының бер фрагментына ғына әйләнә. Доменды хеҙмәтләндереү өсөн бик күп серверҙарҙың яуаплы булыуы (уларҙың төрлө ҡитғаларға һәм төрлө ойошмаларҙа урынлашыуы) ихтимал, шул уҡ ваҡытта бер үк домендың ҡулланыусыларының үҙ-ара бер ниндәй уртаҡлығы ла булмауы ихтимал, был бигерәк тә электрон почтаның бушлай тотонолған серверҙарына хас.