Электрон почта: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
Электрон почта үҙенең элементтарының составы һәм эшләү принциптары буйынса ғәмәлдә ғәҙәти (ҡағыҙ) почта системаһын ҡабатлай: шул уҡ ваҡытта уның терминдарын (почта, хат, конверт, һалыу, йәшник, ташыу һәм башҡалар), шулай уҡ уға ғына хас булған үҙенсәлектәрҙе — ҡулланғанда ябайлығы, хәбәр тапшырғандағы тотҡарлыҡтар, етерлек дәрәжәлә ышаныслы булыуы һәм шул уҡ ваҡытта алып барып тапшырыуҙы гарантияламауын үҙләштерә.
 
Электрон почтаның яҡшы яҡтары түбәндәгеләр: төрҙөң адресы, ҡулланыусының исеме@домендың_атамаһы (мәҫәлән, somebody@example.com) бик еңел кеше хәтерендә ҡала; ябай тексты ла, шулай уҡ ниндәйҙер бер формаға һалынған тексты, ирекле файлды ла (текстға һалынған документтар, медиафайлдар, программалар, архивтар һәм башҡаларҙы[1]<ref name=":0" />) тапшырыу мөмкинлеге; серверҙарҙың бойондороҡһоҙ булыуы (талап ителгәндә улар бер-береһенә туранан-тура мөрәжәғәт итә); хәбәрҙәрҙе тейешле адресҡа тапшырыуҙағы юғары ышаныслылыҡ; кеше һәм программалар өсөн ҡулланыуҙағы ябайлыҡ, хәбәрҙәрҙе юғары тиҙлектә тапшырыу.
 
Электрон почтаның етешһеҙлектәре: шундай күренеш булды, спам (реклама һәм вирустар) ебәреү; хәбәрҙе тапшырыуҙың тотҡарланыу мөмкинлеге (бер нисә тәүлеккә тиклем); почта йәшниктәренең күләмдәренең сикләнеүе (шәхси ҡулланыусылар өсөн).