Электрон почта: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
2 юл:
[[Рәсем: (at).svg|left|thumb|100px|Электрон почта адресын яҙыу өсөн ҡулланылған символ]]
'''Электрон почта''' ({{lang-en|email}}, {{lang-en2|e-mail}}) – һанлы хәбәрҙәрҙе ({{lang-ru|цифровые сообщения}}) авторҙан бер йәки күберәк алыусыға ебәреү ысулы. Хәҙерге электрон почта [[Интернет]] йәки башҡа компьютерҙар селтәре аша эш итә.
 
Электрон почта үҙенең элементтарының составы һәм эш принциптары буйынса ғәмәлдә ғәҙәти (ҡағыҙ) почта системаһын ҡабатлай: шул уҡ ваҡытта уның терминдарын (почта, хат, конверт, һалыу, йәшник, ташыу һәм башҡалар), шулай уҡ уға ғына хас булған үҙенсәлектәрҙе — ҡулланғандағы ябайлыҡты, хәбәр тапшырғандағы тотҡарлыҡтарҙы, етерлек дәрәжәлә ышаныслы булыуҙы, шул уҡ ваҡытта алып барып тапшырыуҙы гарантияламауын үҙләштерә.
 
Башта электрон почта термины документты төрлө электрон тапшырыу ысулдарына ҡағылышлы ҡулланалар. Мәҫәлән, 1970 йылдарҙың авторҙары был терминды документтарҙы факс аша тапшырыуҙы тасуирлау өсөн дә ҡуллана.