Зедазени монастыры: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, орфография
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
37 юл:
Монастырь элек мәжүсиҙәрҙең һынташ Заденға табынған урынында VI быуатта һалынған. Беҙҙең көндәргәсә килеп еткән дини риүәйәттәргә ярашлы, уны нәҡ ошо дәүерҙә [[Сирия]]нан Грузияға православ диненең 13 изгеһе килгән, һәм улар Зедазени тауында һыйыныу тапҡан. Грузин монахлығынаң башында торған был диндарҙар артабан төбәктең төрлө өлөштәренә таралған һәм барып төпләнгән урындарында дин әһеле, рухани вазифаларына баҫып, илдәге тәүге монастырҙарҙы нигеҙләгән. Зедазени тауындағыһын нәҡ шул изгеләрҙең береһе — Иоан төҙөткән. Вафатынан һуң ул ошонда уҡ ерләнә. Был ҡорамдағы һыу ятҡылығында, риүәйәттәр буйынса, һыу бары тик йыл һайын байрамға күп халыҡ йыйылған көндә — 7 майҙа ғына килеп сыға.
 
[[XVII быуат]]та Грузия биләмәләре фарсы шаһы [[Ғәббәс I]] тарафынан баҫып алынып, ҡыйратылғандан һуң монастырмонастырь ҙа, бушап ҡалып, бөлгөнлөккә төшә.
 
Монастырҙың ҡайһы бер ҡорамалары беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалған, мәҫәлән, баптист базиликаһын, манара, һарай ҡоймаларын бөгөн дә күрергә була.
 
Зедазени монастырынан ҡарағанда, унан тәпәштәрәк, Сагурам һыртының күрше армыттарының береһендә урынлашҡан һәм билдәле рус шағиры [[Михаил Юрьевич Лермонтов]]тың «Мцыри» поэмаһында телгә алынған [[Джвари монастыры]]на бик матур күренеш асыла.