Германия — версиялар араһындағы айырма

69 байт алынған ,  1 год назад
ә
clean up using AWB
ә (clean up using AWB)
|Башҡала=[[Берлин]]
|Иң ҙур ҡалалары=[[Берлин]], [[Гамбург]], [[Мюнхен]]
|Етәкселәр вазифалары=[[Германияның федераль президенты|Федераль президенты]]
[[Бундесканцлер|Федераль канцлеры]]
|Етәкселәр=[[Йоахим Гаук]]
[[Ангела Меркель]]
|Территория буйынса урын=61
|Территория=357 022
[[Баш ҡала]]һы — [[Берлин]]. Дәүләт теле — [[немец теле]]. Ил халҡының 65 процентҡа яҡыны [[христиан дине]]н тота.

Дәүләт төҙөлөшө формаһы буйынса түбәндәге 16 административ-территориаль берәмектән — [[Германия ерҙәре|федераль ерҙәрҙән]] торған [[федератив дәүләт]]: [[Бавария]], [[Баден-Вюртемберг]], [[Берлин]], [[Бранденбург]], Бремен, Гамбург, Гессен, Мекленбург-Алғы Померания, [[Түбәнге Саксония]], Рейнланд-Пфальц, Саар, [[Саксония]], [[Саксония-Анхальт]], [[Төньяҡ Рейн-Вестфалия]], Тюрингия, Шлезвиг-Гольштейн. [[Дәүләт идара итеү формаһы|Дәүләт менән идара итеү формаһы]] — [[парламент республикаһы]]. Германия Федератив Республикаһының Федераль канцлеры вазифаһын 2005 йылдың 22 ноябренән «Германияның Христиан демократтары союзы» партияһы етәксеһе [[Ангела Меркель]] биләй. Илдәге вәкәләтле функциялар йөкмәтелгән Федераль президент вазифаһында 2017 йылдың 19 мартынан Германияның социаль-демократик партияһы ағзаһы ''Франк-Вальтер Штайнмайер''.

[[Европа берләшмәһе]]нең уртаһында урынлашҡан Германия төньяҡтан [[Балтик диңгеҙе|Балтик]] һәм [[Төньяҡ диңгеҙ|Төньяҡ диңгеҙҙәре]]ҙәре менән сикләнгән. Төньяҡтан [[Дания]], көнсығыштан [[Польша]] һәм [[Чехия]], көньяҡтан [[Австрия]] һәм [[Швейцария]] менән, ә көнбайыштан [[Франция]], [[Люксембург]], [[Бельгия]] һәм [[Нидерланд]] менән сиктәш.

Германия — иҡтисады тотороҡло үҫеүсе ''бөйөк дәүләт'' 2009 йыл йомғаҡтары буйынса илдең [[эске тулайым продукт]]ы күләме 3,24 триллион [[АҠШ доллары]]н тәшкил иткән, был кеше башына яҡынса 39 442 доллар тигән һүҙ. Илдә ҡулланылған [[аҡса]] берәмеге — [[евро]].
Төньяғында Төньяҡ Герман түбәнлеге урынлашҡан. Был урында ҡасандыр диңгеҙ булған, ул йыш-йыш баҫып торған ҡатлам ҡалдырған. Морена ҡалҡыулыҡтар араһында бәләкәй күлдәр урынлашҡан. Дымлы климат шарттарында бик күп һаҙлыҡтар барлыҡҡа килгән, ләкин хәҙер уларҙың барыһы ла бөткән. Йомшаҡ диңгеҙ климаты, яуым-төшөмдөң күплеге үҫемлектәр үҫеү өсөн бик ҡулай. Был — бик ҙур әһәмиәтле малсылыҡ районы ла.

Илдең ҙур өлөшөндәге уртаса бейеклектәге тауҙар бик матур урмандар менән ҡапланған. Уртаса бейеклектәге тауҙар гранит, гнейс, ҡомташ, аҡбур кеүек тау тоҡомдарынан тора һәм киң үҙәндәр менән айырылған.

Германияның көньяҡ өлөшөнә Альп тауҙарының төньяҡ һырттары һәм уның тау итәктәре урынлашҡан. Төньяҡ Альп тауҙары бик бейек түгел , ҡайһы бер түбәләренең генә бейеклеге 3000 м-ға етә. Альп тауҙары итәгендә кеше ҡулы теймәгән тәбиғәт яҡшы һаҡланған, ул хәҙер милли парктар рәүешендә һаҡлана.

Ғинуарҙың уртаса температураһы 1,5  °C (тигеҙлектәрҙә) йылылыҡтан — минус 6  °C (тауҙарҙа) һыуыҡлыҡҡа тиклем етә. Июлдең уртаса температураһы 18  °C тан 20  °C ҡаса. Бейек тауҙарҙа йәй һыуыҡ, яуым-төшөм миҡдары 1000-2000 мм тирәһе.

Германияла йылғалар күп: Рейн, Дунай, Эльба, Везер һәм Одер, улар каналдар менән тоташтырылған, иң билдәлеһе — Киль каналы, ул Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәре тоташтыра. Ҙур күлдәр: Боден, Мюриц. Улар күбеһенсә көньяҡтан төньяҡҡа табан аға. Иң ҙур һәм матур йылға — Рейн. Был йылға буйлап миллиондарса тонна йөк ташыйҙар. Йылға тамаҡтарында ҙур порт урынлашҡан.

Урмандары аҙ ҡалған. Улар илдең 1/4 майҙанын биләп тора һәм күпселек осраҡта тауҙарҙа һаҡланып ҡалғандар. Кеше ҡулы менән яһалған ландшафттар өҫтөнлөк итә.

=== Урта быуаттар ===
6-8 быуаттарҙа бөтә территорияһы франктар ҡулында ҡала. 9 быуатта Германия ерҙәре Көнсығыш Франк дәүләте составына кергән.

15 быуат аҙағы — 16 быуат башы- Крәҫтиәндәрҙең золомға ҡаршы күтәрелештәре осоро, улар ошо осорҙа башланған сиркәү Реформацияһына ла бәйле була.
[[File:Wernerprokla.jpg|thumb| [[Версаль һарайы]]нда [[Германия империяһы]] төҙөлөү айҡанлы тантана, 1871. Үҙәк планда, аҡ униформа кейгән кеше — [[Отто фон Бисмарк]].]]

Үҙенең мөһим географик урынында урынлашҡан сәбәпле, Бранденбург-Пруссия иң эре немец дәүләттәренең береһенә әүерелә.

1740-1786 йылдарҙа, Фридрих II дәүерендә прус милитаризмы үҙенең иң юғары нөктәһенә етә.

Пруссия, Европала бөйөк дәүләткә әүерелеп, Германияла үҙ хакимлеген урынлаштырыу өсөн Австрия менән көрәште көсәйтә.

1740 йылда, Бавария мираҫы өсөн һуғыш барышында Пруссия Силезияның күпселек өлөшөн баҫып ала.

== Дәүләт ҡоролошо ==
Германия Төп законына ({{lang-de|Grundgesetz für die Bundesrepublik Deutschland}}) ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Германияла дәүләт идара итеү формаһы — [[федератив республика]].

Германия Федератив Республикаһының конституцияһы 1949 йылдың 23 майында ҡабул ителгән, уға 1954, 1956, 1990, 1993 һәм 1994 йылдарҙа үҙгәртеүҙәр индерелгән.

==Транспорт==
Германиянын яҡшы транспорт системаһы бар.

Германияла иң ҙур авиа ташыусы Люфтханза – финанс күрһәткестәр буйынса [[Европа]]ныӊ беренсе авиакомпания.

Тимер юлында ташыусы - Дойчебан ({{lang-de|Deutsche Bahn}}) компанияһы. Ул клиенттар өсөн ял көндәре билетарҙы -Шенес Вохененде Тикет ({{lang-de|Schönes Wochenende Tick}}) тәҡдим итә. Ошо билетты һатып алған (хаҡы -40 евро) бер пассажир көн буйында бөтөн поездарҙа йөрөй ала <ref>[http://novoe.de/schoenes-wochenende-ticket ял көндәре биллетарҙы -Шенес Вохененде Тикет] </ref><ref>[https://www.bahn.de/p/view/angebot/regio/schoenes_wochenende_ticket.shtml Günstig reisen im Nahverkehr mit dem Schönes-Wochenende-Ticket] </ref>.
== Мәҙәниәте ==
Германия мәҙәниәте үҙ эсенә хәҙерге Германия мәҙәниәтен, хәҙерге Германия тәшкил итеүсе дәүләттәр (Пруссия, Саксония һ.б.) мәҙәниәтен ала. "Герман мәҙәниәте" төшөнсәһенең мәғәнәһе киңерәк, үҙ эсенә Австрия мәҙәниәтен дә ала: сәйәси рәүештә ул Германиянан тыш булһа ла, унда шул уҡ мәҙәниәткә ҡараған немецтар йәшәй. Герман мәҙәниәте беҙҙең эраға тиклем 5 быуаттан билдәле.
2016 йылда [[Башҡортостан]]дың Германия менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 186,1 миллион доллар тәшкил иткән. Ошо сумманың 60 проценттан ашыуы (115,6 миллион доллар) – экспортҡа, 40 процентҡа яҡыны (70,4 миллион доллар) импортҡа тура килгән. Башҡортостандан Германияға оҙатылған продукциялар араһында – минераль продукттар (68,2 процент), химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук (29,5 процент), металл һәм унан яһалған изделиелар (1,5 процент), шулай уҡ ағас, ҡорамалдар, быяла изделиелар, мебель, ауыл хужалығы сеймалы. Импорттың төп тауарҙары: ҡорамалдар һәм транспорт саралары (62,8 процент), химия сәнәғәте, шул иҫәптән фармацевтика продукцияһы (26,5 процент), шулай уҡ металл изделиелар, керамик продукция<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/1009095/ [[Рөстәм Хәмитов]] [[Саксония]] Ландтагы делегацияһы менән осрашты]</ref>.
==Германия стипендиялары==
[[Германия|Германия Федератив Республикаһында]] сит илдәрҙең талантлы студенттары өсөн махсус стипендиялар ({{lang-de|Deutschlandstipendium}}) ҡаралған<ref>[http://euni.ru/ucheba/poleznaya-informazia/o-germanii/obuchenie-v-vuze/stipendii-i-granty]</ref>. Бөтә илдәрҙең граждандарының да уны алыу хоҡуғы бар. 2011 йылдан башлап тапшырыла. Тарихи яҡтан [[Төньяҡ Рейн-Вестфалия]] дәүләт стипендиялары нигеҙендә индерелгән.

== Ҡалалар ==

! rowspan=21 |
[[Рәсем:Cityscape Berlin.jpg|border|115px]]
[[Берлин]]
[[Рәсем:Hamburger Rathaus von St-Petri.jpg|border|115px]]
[[Һамбург]]
[[Рәсем:Stadtbild München.jpg|border|115px]]
[[Мүнхен]]
[[Рәсем:Köln Panorama.jpg|border|115px]]
[[Көлн]]
! align=center style="background:#f5f5f5;" | Урын
! align=center style="background:#f5f5f5;" | Ҡала
! align=center style="background:#f5f5f5;" | Халыҡ
! rowspan=21 |
[[Рәсем:Frankfurt Am Main-St Bartholomaeus-Ansicht vom Nextower-20110812.jpg|border|115px]]
[[Майндагы Франкфурт]]
[[Рәсем:Schloß-Rosenstein.jpg|border|115px]]
[[Штутгарт]]
[[Рәсем:Medienhafen Duesseldorf Nacht.jpg|border|115px]]
[[Дүсселдорф]]
[[Рәсем:DK DO Skyline 300ppi CC BY NC SA-20140223-3068.jpg|border|115px]]
[[Дортмунд]]

| align=center style="background:#f0f0f0;" | 1 ||align=left | '''[[Берлин]]''' || [[Берлин]] || 3326002
{{Европа Берләшмәһе}}
{{Төньяҡ диңгеҙ буйындағы илдәр}}
{{countries-stub}}

[[Категория:Германия]]
[[Категория:Федератив дәүләттәр]]
[[Категория:Балтик диңгеҙе буйындағы илдәр]]

{{countries-stub}}
1023

үҙгәртеү