Абузова Фатиха Фиттәх ҡыҙы — версиялар араһындағы айырма

күренеште төҙәтеү
(күренеште төҙәтеү)
(күренеште төҙәтеү)
{{Ук}}
 
'''Абузова Фатиха Фиттәх ҡыҙы''' ([[19 июнь]] [[1934 йыл]]) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1979). РСФСР-ҙың (1985) һәм [[Башҡорт АССР-ы]]ның (1978) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
 
== Биографияһы ==
Фатиха Фиттәх ҡыҙы Абузова 1934 йылдың 19 июнендә Мордовия АССР-ының Темников ҡалаһында тыуған.
[[1957 йыл]]да И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай. Уҡып бөткәс, Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтында эшләй башлай: өлкән техник, инженер, кесе ғилми сотрудник, өлкән ғилми сотрудник, нефть продукттарын йөрөтөү һәм һаҡлау бүлегендә нефть продукттарын һаҡлау лабораторияһы етәксеһе. [[1965 йыл]]дан алып[[Өфө нефть институты]] һәм [[Өфө дәүләт нефть техник университеты]]нда уҡыта, газ һәм нефть үткәргес торбаларҙы, газ һаҡлағыстарҙы һәм нефть базаларын проектлау һәм файҙаланыу кафедраһы доценты. [[1979]]—[[1994]] йылдарҙа йылылыҡ техникаһы кафедраһы мөдире.
 
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы ([[1989]]), СССР Юғары мәктәп министрлығының «Эшендә ҙур уңыштары өсөн» тамғаһы менән бүләкләнгән.
 
[[Категория:Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:1934 йылда тыуғандар]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:19 июндә тыуғандар]]
[[Категория:Алфавит буйынса ғалимдар]]
[[Категория:РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре]]
90 938

үҙгәртеү