Төрөк теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
119 юл:
<u> Миҫалдар:</u>
 
bahçe-d<u>e</u> (''баҡсала)'', lokanta-d<u>a</u> (''ресторанда)''
 
d'''i'''şç'''i''' + n'''i'''z — dişçiniz ''теш табибығыҙ''
127 юл:
iki masa ve üç sandalye getır. Ekmek kes./Ики маса ве үч сандалъе гетыр. Экмек кес./ ''Ике өҫтәл һәм өс ултырғыс килтер. Икмәк киҫ.''
 
== Лексика ==
[[Сәлжүк империяһы|Сәлжүк ҡәбиләләре]] (йәғни хәҙерге [[төрөктәр]]ҙең элгәрҙәре) IX—X быуаттарҙа [[ислам]]ды ҡабул иткәндән һуң [[1928 йыл]]ға тиклем төрөк теле өсөн [[ғәрәп яҙмаһы]] ҡулланыла (''ғосман яҙмаһы'', الفبا ''elifbâ''). Ошо сәбәпле [[ғәрәп теле]]нән лексик һәм грамматик үҙләштереүҙәр күп була. Сәлжүктәр [[Фарсия]]ны алғас, бер ни тиклем ваҡыт [[фарсы теле]] рәсми һәм әҙәби тел булып йөрөй, үҙ сиратында унда ла ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр күп була. Оҙаҡ ваҡыттар буйы зыялы төрөктәрҙеъ теле төрки, ғәрәп, фарсы лексикаһы ҡатнашмаһынан тора. [[Ғосман империяһы]] барлыҡҡа килгәс, был тел ғосман теле тип атала башлай һәм рәсми статус ала.
 
Төрөктәр яулап алған [[Византия]] халҡы һөйләшкән [[грек теле]] лә төрөк лексикаһында үҙ эҙен ҡалдыра.
 
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда (мәҫәлән, ''G. L. Lewis, Turkish Grammar''), лексика йәһәтенән ғосман теле һүҙлек фонды күләме буйынса хәҙерге [[инглиз теле]]нән ҡала донъяла икенсе урында тора.
 
Бөтә был осор дауамында (X—XX быуаттар) төрки нигеҙе буйынса күпкә бер төрлө ''«вульгар» төрөк теле'' (тур. ''kaba Türkçe'') ябай халыҡтың һөйләш теле булып ҡала килә.
 
1923 йылда [[Төркиә|Төркиә]] республикаһы барлыҡҡа килгәс, телде реформалау саралары күрелә, латин графикаһына күсеү менән бергә, ғәрәп һәм фарсы телдәренән ингән һүҙҙәрҙең күбеһе халыҡтың йәнле телендә (''kaba Türkçe'') һаҡланған төрки сығышлы һүҙҙәргә алмаштырыла. Айырым төшөнсәләр өсөн иҫке төрки нигеҙҙәренән неологизмдар яһала.
 
Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге төрөк телендә [[ғәрәп теле]]нән һәм [[фарсы теле]]нән ингән һүҙҙәр әҙ түгел, шулай уҡ Европа телдәренән ингән һүҙҙәр ҙә (башлыса французса әйтелештә) бар. Хәҙерге телдә һаҡланған ғәрәп-фарсы һүҙҙәре йыш ҡына киң ҡулланылыштағы төрөк һүҙҙәренең стилистик дублеттары булып йөрөй. Мәҫәлән, төркисә ''göz'' («күҙ»), ғәрәпсә ''ayn'' һәм фарсыса ''çeşm'' («күҙ»), төркисә ''ak'' («аҡ»''; «''пак») һәм ғәрәпсә ''beyaz'' («аҡ»).
 
2005 йылда нәшер ителгән ''Хәҙерге төрөк теле һүҙлеге''ндә 104481 статья бар (''Güncel Türkçe Sözlük'', Төркиә лингвистика йәмғиәте), шуларҙың 14 % самаһы сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе тасуирлай<ref>[http://tdk.gov.tr/index.php?option=com_gts&view=gts Электронная версия Словаря на сайте Турецкого лингвистического общества]</ref>.
 
[[Файл:TurkishVocabulary RU.png|thumb|200px|Төрөк һүҙлегендә һүҙҙәрҙең килеп сығышы]]
Төрлө телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр миҫалдары:
* [[ғәрәп теле]]нән: ''insan'' («кеше»), ''merhaba'' («һаумыһығыҙ!»), ''devlet'' («дәүләт»), ''halk'' («халыҡ»), ''kitap'' («китап»), ''millet'' («милләт»), ''asker'' («ғәскәр»), ''fikir'' («фекер»), ''hediye'' («бүләк»), ''resim'' («рәсем»), ''sabır'' («сабырлыҡ»), ''beyaz'' («аҡ»)'', şeytan ''(«шайтан»)'', keyf'' («кәйеф»)'', alkol ''(«алкоголь»)'', kafir'' («кафыр»)'', saat ''(«сәғәт»)'', din'' («дин»)'', cumhuriyet ''(«республика»);
* [[фарсы теле]]нән: ''hafta'' («аҙна»), ''teşekkür'' («рәхмәт»), ''pazar'' («баҙар»), ''rüzgâr'' («ел»), ''pencere'' («тәҙрә»), ''şehir'' («ҡала»), ''düşman'' («дошман»), ''ateş'' («ут, ялҡын»), ''bahçe'' («баҡса»), ''ayna'' («көҙгө»), ''dost'' («дуҫ»), ''can'' («йән»), ''tahta'' («таҡта»), ''pamuk'' («мамыҡ»), ''hoş'' («хуш»), ''köy'' («ауыл»), ''pijama'' («пижама»);
* [[грек теле]]нән: ''liman'' («порт»), ''kutu'' («ҡап»), ''körfez'' («ҡултыҡ»), ''fırın'' («мейес»), ''kilise'' («сиркәү»)'';''
* [[француз теле]]нән: ''lüks'' («люкс»), ''kuzen'' ''(«''ике туған ҡәрҙәш»'')'', ''pantolon'' («ыштан, салбар»), ''kuaför'' («парикмахер»), ''hoparlör'' («тауыш көсәйткес»), ''kamyon'' («йөк машинаһы»);
* [[инглиз теле]]нән: ''tişört'' («футболка»), ''tim'' («команда») һ.б.;
* [[әрмән теле]]нән: ''haç'' (խաչ ''khach — «''тәре»), йәнә башҡа 800<ref>R. Dankoff, [https://books.google.ru/books?id=aFWQTBm35m0C&printsec=frontcover&hl=ru#v=onepage&q&f=false Armenian Loanwords in Turkish] (Wiesbaden: Harrassowitz, 1995)</ref> һүҙ;
* башҡа телдәрҙән: ''şalter'' ([[немец теле]]нән ''Schalter — «''һүндергес, рубильник»), ''pulluk'' (славян телдәренән «һуҡа»), ''semaver'' ([[рус теле]]нән «самауыр»), şapka ([[рус теленән]] ''«''шәпкә»).
 
Шулай уҡ балҡан халыҡтарының телдәренә лә бик күп төрөк һүҙҙәре ингән<ref>http://sites.utoronto.ca/slavic/kramer/Kramer%20PDF/BajGanjo.PDF</ref>.
 
Яңғыҙлыҡ исемдәр, географик атамалар, фәнни терминдар һ.б. менән бергә төрөк телендә 616,5 меңдән ашыу һүҙ бар («Төрөк теленең ҙур һүҙлеге» буйынса).
 
==Төрөк телендә ай исемдәре==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Төрөк_теле» битенән алынған