Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
28 юл:
{{фамилиялаш|Лотфуллин}}
 
'''Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы''' ([[4 февраль]] [[1928 йыл]]  — [[10 июль]] [[2007 йыл]]) — [[СССР]]-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ (1982), [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған рәссамы (1966). [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] лауреаты (1982). Үҙенең художество стилен, үҙенең «доминанта»һын — башҡорт неореализмын булдыра<ref>{{книга
|автор = [[Махмутов, Наиль Мазитович|Махмутов, Наиль]]
|заглавие = Любимые художники Башкирии
|ответственный =
|ссылка=
|место = Уфа
|издательство = Лето
|год = 2018
|том=
|страницы = 21
|страниц = 288
|ref = Махмутов
|isbn = 978-5-87308-038-0
}}</ref>.
 
== Биографияһы ==
Юл 41 ⟶ 54:
1951—1954 йылдарҙа Литва ССР-ы Дәүләт художество институты студенты.
 
1957 йылда [[Өфө]]лә тәүге шәхси күргәҙмәһе уҙғарыла. 1957—1998 йылдарҙа йылдарҙа — Бөтә Рәсәй һәм республика әһәмиәтендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
 
1966  йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелә. 1970 йылда РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының Почет грамотаһы менән тәбрикләнә. 1971  йылда «Ауылда байрам. 1930-сы йылдар» картинаһы өсөн СССР Художество академияһы дипломы менән бүләкләнә.
 
1976 йылда [[Франция]]ға ижади сәфәр яһай. [[Мәскәү]]ҙә шәхси күргәҙмәһе була. 1977  йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 1978  йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ була. Өфө, Магнитогорск, Ҡазан ҡалаларында күргәҙмәләре эшләй.
 
1982  йылда «РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеме, шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ының [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] бирелә.
 
1987  йылда юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
[[Файл:Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы йәшәгән йортта таҡтаташ.jpg|мини|слева|Әхмәт Лотфуллин йәшәгән йортҡа ҡуйылған таҡтаташ]]
 
1988  йылда СССР Художество академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1989 йылда «СССР халыҡ рәссамы» исеменә лайыҡ була.
 
1992  йылда [[Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы]]ның почетлы ағзаһы итеп һайлана. 1997  йылда Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 1998  йылда Өфөнөң [[М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы]]нда шәхси күргәҙмәһе ойошторола.
 
2007 йылдың 10 июлендә Өфөлә вафат була.