Нәғиб Мәхфүз: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
36 юл:
 
== Ижады ==
 
Мәхфүз Нәғибтең тәүге әҫәрҙәрен «Әл-маджалла әл-джадида» журналында уның редакторы, билдәле Мысыр журналисы Салама Муса баҫтыра. Муса йәш Мәхфүзгә ныҡ тәьҫир итә, ул яҙа башлаған саҡта, Муса уға «Һинең потенциалың бар. Тик үҫештермәгәнһең генә», — тигәнref>Лауреаты Нобелевской премии по литературе — Н. Махфуз. Интервью The Paris Review, № 123, 1992&#93;</ref>.
Беренсе новеллалар йыйынтығы («Иҫәрлек бышылдауы») 1938 йылда нәшер ителә[5]. Унан һуң бер нисә тарихи роман, улар романтик манерала яҙылған була һәм фараондар хакимлығы осорона бағышлана («Хеопс аҡылы», «Нубий Родописы», «Фивалар көрәше»).
Юл 46 ⟶ 47:
 
1988 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы тапшырыла. Бик күп романдары экранизациялана. Улар мысыр илдәрендә популярлыҡ менән файҙалана. Ҡаһирәлә уға бронзанан һәйкәл ҡуйылған.
 
Тәнҡитселәр уның ижадын дүрт ҙур осорға бүләләр. Беренсеһе —тарих, романтик прозаһы осоро, икенсеһе — реализм һәм натурализм прозаһы, өсөнсө осорға тәнҡитселәр Мәхфүздең модернизм һәм эксперименталь әҙәбиәте жанрҙарындағы эштәрен иҫкә алалар, ә дүртенселә — яҙыусының традицион формаларҙы ҡулланыуға ынтылышын билдәләйҙәр, ошо уҡ осорҙа ул «эпизодик романдар» ижад итә (ингл episodic novel). Әммә был бүленеш шартлы ғына. Сөнки Мәхфүздең әҫәрҙәре бер ниндәй сиктәргә һыйырлыҡ булмай, уның ижад эстетикаһын алдан билдәләрлек түгел. Миҫал итеп автор ижадының реализм түбәһе тип иҫәпләнгән «Ҡаһирә трилогияһын» (ингл. Cairo Trilogy) телгә алып була, әммә әлеге әҫәрҙә лә модернизм сағылыштары һиҙелә<ref>Naguib Mahfouz: The Pursuit of Meaning. Rasheed El-Enany. Routledge, 17 дек. 2003 г. — Всего страниц: 288, стр.xi-xii</ref>.
 
== Романдар исемлеге ==